Венера менән Иректең танышыуы ла дауаханала, эш урынында була. Шәфҡәт туташы булып Өфөлә республика дауаханаһында эшләп йөрөгән Венера әсәһе кәңәшен тыңлап, тыуған ауылы Борайға ҡайта һәм район үҙәк дауаханаһының реанимация бүлегендә эш башлай. Ирек Рәдис улы, табип-невролог булараҡ, ауырыуҙар янына консультацияларға инеп йөрөй. Йәштәр шунда осрашып, танышып, ике йыл бер-береһен ныҡлап белеп, өйләнешә.
— 1999 йылдың авгусында өйләнештек. Әсәйем юҡ ине инде. Шул йылдың мартында республика кардиология үҙәгендә әсәйем ауырып ята, мин уны тәрбиәләйем. Ирек беҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотларға, әсәйемдең хәлен белергә килде. Ауыр хәлдә түшәктә ятҡан әсәйем беҙгә фатихаһын шунда бирҙе. Мәрхүмкәйем мине Иреккә тормошҡа сығып, бәхетле булырымды аңлаған инде, — тип ҡәҙерле кешеһен иҫкә алды Венера.
Йәштәр ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Икеһе бер ергә эшкә йөрөй. Улай ғына ла түгел, ғаилә башлығының атаһы Рәдис Сағман улы — табип-фтизиатр, әсәһе Зифа Нурлығата ҡыҙы — шәфҡәт туташы. Ҡыҫҡаһы, Хәмитовтар ғаилә менән халыҡ һаулығы һағында тора. Хатта Венераға ҡайнатаһы янында шәфҡәт туташы булып та эшләргә тура килә.
— Тормош ҡороп ебәргән саҡта беҙгә атай менән әсәй бик ярҙам итте. Эштә атай миңә һүҙ тейҙертмәй, һәр саҡ яҡлай ине. Ул, ғөмүмән, һәр саҡ дөрөҫлөк яҡлы булды, алдашҡанды яратманы, кешене нахаҡҡа рәнйетеүҙе, кемделер һөйләүҙе, һүҙ йөрөтөүҙе өнәмәне. Бик ихтирам итәм мин уларҙы. Улар мине үҙ ҡыҙҙары кеүек яратты, ярҙамдарынан ташламаны, — ти Венера Марс ҡыҙы тормош иптәшенең ата-әсәһен хөрмәт менән телгә алып.
Улар һәр көн бергә эшкә бара, икеһе бер неврология кабинетында ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Табип-невролог, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы ул Ирек Рәдис улы. Хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы һәм “хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исем менән баһаланған. Венера Марс ҡыҙы иһә тормош иптәше янында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ауырыуҙарға иғтибарын, яҡшы һүҙен, күңел йылыһын ҡыҙғанмай улар, хеҙмәттәре — игелекле, үҙҙәре изгелекле был икәү. Өҫтәүенә, Венера Марс ҡыҙы район үҙәк дауаханаһының ветерандар советы рәйесе лә. Хаҡлы ялдағы хеҙмәттәштәренә сикһеҙ ихтирам күрһәтеп, хәлдәрен белешеп тора, байрамдарға саҡыра, юбилярҙарҙы гәзит аша ҡотлай. Уҙған йылда дауаханала оҙаҡ йылдар эшләгән табиптарҙың фотоларын ҡуйып, “Беҙҙең ветерандар”, инде мәрхүм булған табиптарҙың фотолары менән “Улар һәр саҡ иҫтә” тип аталған стендтар булдырылды. Хәҙер дауахана поликлиникаһына барған райондаштар был кешеләрҙе хөрмәтләп иҫкә ала, күңел түрендә йөрөткән рәхмәттәрен яңырта.
Эштә лә, өйҙә лә бергә булғас, ғүмер үткәне һиҙелмәйҙер. Әммә улай тип әйтеүе генә еңел. Әйләнә-тирәңде ҡараһаң, күпме бергә һалынған көс: гөрләп торған донъя, ҙур йорт, шаулап үҫкән баҡса. Иң мөһиме, был ғаиләлә тәртипле, олоһона-кесеһенә ихтирамлы, итәғәтле өс бала тәрбиәләнгән. Наил медицина университетын тамамлап, хирург-стоматолог булып эшләй, олатаһы-атаһы эҙенән ныҡлы аҙымдар менән бара. Ҡыҙҙары Зарема әле генә аграр университетты тамамлап, ресторан эше технологы белгеслеге алды.
Төпсөктәре Руслан әле мәктәп уҡыусыһы, 9-сы класҡа бара. Руслан — спортсы, футбол уйнай, һис кенә лә тик тора торғандарҙан түгел. Уның да хыялы табип булыу, хеҙмәт династияһын дауам итеү.
— Хоҙайға шөкөр, балалар аҡыллы булып үҫте. Наил менән Зарема икеһе лә беҙгә бер ҡыйынлыҡ килтермәйенсә уҡыны, үҙҙәре теләгән һөнәр эйәләре булды. Инде алған белемдәренең, дипломдарының игелеген күреп, рәхәтен тойоп, беҙҙең кеүек эштәренән тәм табып эшләһендәр, тип теләйбеҙ, — ти Хәмитовтар икеһе бергә. — Өсөһө лә беҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һала. Ғөмүмән, атай-әсәй һүҙен хөрмәт итә. Балаларың яҡшы булһа, тормошта үҙ урындарын тапһа, шул бит инде ул атай-әсәй өсөн бәхет.
Хәмитовтар ялдарын да бергә, ғаилә менән уҙҙырырға күнеккән. Яңы йылды улар һәр саҡ бергә ҡаршылай. Отпуск, каникулдар ҙа бергә уҙа. Өйҙәге эштәр ҙә бергәләп башҡарыла. Сәскәләр үңҫтереү — Венераның яратҡан шөғөлө.
— Бер заман беҙҙең өйҙә теп-теүәл 100 һауыт бүлмә гөлө булған. Үҙем һанаманым, Рәдис атай һанаған. Шаҡ ҡатып һөйләгәйне һанын белгәс, — тип көлә Венера. — Хәҙер ул тиклем үк түгел. Баҡсаңда ла, өйҙә лә үҙең ултыртҡан сәскәләр сәскә ата башлаһа, әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ шатлыҡ бит ул. Матурлыҡты күреп, күҙҙәр ҡамаша.
Ә Ирек Радис улы балыҡҡа, һунарға йөрөргә ярата. Шулай уҡ ул балта эшенә лә оҫта, ғөмүмән, тормош көткәндәге барлыҡ ир кеше эшен үҙ ҡулдары менән эшләргә, кемдәндер көтөп ултырмаҫҡа күнеккән. Өй эсендәге барлыҡ төҙөү-ҡороу эштәре, мунсаһы, беседкаһы, һәм башҡа бихисап ҡоролмаһы — барыһы ла зауыҡ менән, яҡшы итеп эшләнгән. Үҙең эшләгәндең ҡәҙере лә була, балалар ҙа атай үрнәгендә эш рәтен белеп, күреп, эшләп үҫә.
Беҙҙең бөгөн шулай ныҡлы донъя ҡороуыбыҙ өсөн атай-әсәйҙәребеҙгә бурыслыбыҙ. Иректең ата-әсәһе бар ғүмерҙәрен кеше сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған, меңләгән кешенең ауыртыуын баҫҡан, ғүмерен оҙайтҡан. Минең әсәйем Мөнирә Мәғәфүрйән ҡыҙы 48 йәшендә генә вафат булды. Ул төрлө ойошмаларҙа баш бухгалтер булып эшләне. Һеңлем Сулпан менән мине бәләкәйҙән эшләргә, яуаплы булырға өйрәтте. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең бәхетте генә күрмәне, ейәндәрен дә һөйә алманы. Атайым Марс Садиҡ улы ла һәр саҡ хеҙмәттә булды, хәҙерге ваҡытта ул дин юлында, Тарихи мәсеттә эшләй. Намаҙын уҡый, Ҡөрьән сүрәләрен яттан белә, исем ҡушыу, һуңғы юлға оҙатыу йолаларын башҡарырға уны саҡырып торалар, ихтирам итәләр. Тормош иптәше Фәғилә апайға ла рәхмәтлебеҙ, атайыбыҙ менән бик татыу йәшәйҙәр, — ти Венера Марс ҡыҙы, ике яҡтан да атай-әсәйгә рәхмәт белдереп.
Ата-әсәгә рәхмәтле һәм хөрмәтле була белеү, кәрәгендә бер-береңә юл ҡуйыу, бер-береңде мәңге һаҡлау һәм яҡлау, ышаныс һәм аңлай белеү бәхетле итә лә инде Хәмитовтарҙы.
Венера Арысланова.