Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Мишкә ауылының мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә сағыу байрам үтте.
Район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ижади коллективтар бай концерт программаһы әҙерләне. Ғаилә хеҙмәте белгестәре, китапханасылар, балалар баҡсалары педагогтары һәм ирекмәндәр төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм мауыҡтырғыс уйындар үткәрҙе.
Мишкә районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Лариса Александрова барыһын да байрам менән ҡотланы һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап йәшәүсе парҙарға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. МХО-ла һәләк булған яугирҙың ата-әсәһе, шулай уҡ күп бала һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе лә тәбрикләнеләр сарала.