Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Июль , 09:15

Асҡындар йәнә еңеүселәр исемендә!

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова “Ҡояшҡай” төркөмөнә йөрөүсе Әминә  Минһажетдинова менән Рәсәй милли матурлыҡ  фестивале сиктәрендә ойошторолған “Мин —  Һомай” фотоконкурсында ҡатнаша.

Асҡындар йәнә еңеүселәр исемендә!
Асҡындар йәнә еңеүселәр исемендә!

Конкурс талаптарына ярашлы, ижади ҡарашлы тәрбиәсе милли биҙәүестәр менән байытылған милли стилдәге күлдәктәрҙә фотоға төшөп һала. Жюри ағзалары  уларҙың эшен юғары баһалай. Әминә — Гран-приға, ә Ләйсән Зөфәр ҡыҙы 2-се урынға лайыҡ була.

Бүләкләү тантанаһы Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында уҙа.

Ләйсән Зөфәр ҡыҙының төп эшенән тыш милли стилдәге кейемдәр тегеүе, милли биҙәүестәр яһауы тураһында яҙғайныҡ инде. Үҙенең тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре менән дә ошо юҫыҡта оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора ул.

 Афарин!  Милли рухлы райондаштарыбыҙҙы сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Наилә Имаева.

 

 

Асҡындар йәнә еңеүселәр исемендә!
Асҡындар йәнә еңеүселәр исемендә!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: