Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө вуз-ара кампусының геном үҙәгендә үткән “Мультиформатлыҡ осоронда киң мәғлүмәт саралары” тип аталған конференцияла сығыш яһаны. Сарала БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, федераль ҡунаҡтар – Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, РБК телеканалының идара итеү директоры Илья Доронов ҡатнашты, ә Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһының генераль директоры Александр Широких йыйылыусыларҙы видеобәйләнеш буйынса сәләмләне.
Был мәртәбәле сарала Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, район гәзиттәренең баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең баш мөхәррире Наилә Имаева, “Ышаныч” район гәзите тәржемәсеһе Светлана Сәлмәнова ҡатнашты.
Федераль эксперттарҙың статусы Башҡортостандың төрлө кимәлдәге һәм төрлө йүнәлештәге саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ булараҡ мөмкинлектәрен күрһәтә, тип билдәләне Андрей Назаров. Ул һуңғы биш йылда тармаҡ алдағы ярты быуатҡа ҡарағанда тиҫтәләрсә тапҡыр тиҙерәк үҫешә, тип өҫтәне.
– Бында төбәк киң мәғлүмәт саралары өсөн уникаль мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Федераль мәғлүмәт саралары ҡараусылар өсөн көрәшкәндә, төбәк баҫмалары заман аудиторияһына кәрәк нәмәләрҙе тәҡдим итә ала. Был дөрөҫлөк, яҡынлыҡ һәм ышаныс. Социаль селтәрҙәр, мәғлүмәт һуғыштары һәм фейктар дәүерендә тап ошо алым ысынды ялғандан айырырға мөмкинлек бирә. Был шарттарҙа мультиформатлыҡ коммуникация ҡоралы ғына түгел, ә дәүләт мәғлүмәт сәйәсәтенең төп элементына әйләнә. Беҙ өс төшөнсәне һайланыҡ – ул асыҡлыҡ, журналистар берләшмәһенә ярҙам итеү, оператив һәм ышаныслы контент, айырыуса махсус хәрби операция шарттарында. Беҙ илдә тәүгеләр булып хәрби журналистарға дәүләт ярҙамы тураһында закон индерҙек, – тип билдәләне Премьер-министр.
Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостандың алда атап кителгән закон башланғысын айырып телгә алды.
Тележурналист, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, ТЭФИ премияһы лауреаты, “Вести” тапшырыуының алып барыусыһы, Рәсәй Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың йәмәғәт советы ағзаһы Эрнест Мацкявичус видеояҙмала тармаҡтағы кадрҙар буйынса бурыстар тураһында һөйләне.
Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар медиа ҡулланыу үҙенсәлектәре һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларына нимәгә айырым иғтибар бирергә кәрәклеген тикшерҙе, буласаҡ журналистарға белем биреүҙең практик йүнәлешле моделен үҫтереү һәм был моделдең бер өлөшө булараҡ студенттарҙың киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү тураһында һөйләште.
– Ниндәй генә форматтар барлыҡҡа килмәһен, журналистиканың асылы үҙгәрешһеҙ ҡала – дөрөҫөн һөйләү һәм уҡыусыларға кәрәкле булыу. Төбәк баҫмаларының үҙ миссияһы бар. Яңы һәм традицион киң мәғлүмәт саралары аудиторияһын үҫтерәсәкбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә таныштырыуҙы киңәйтәсәкбеҙ, яңы һанлы майҙансыҡтарға сығасаҡбыҙ. Матбуғат йортон реконструкциялауға тотонорға, уны заманса медиаүҙәккә әйләндерергә ниәтләйбеҙ, – тип властарҙың пландары тураһында һөйләне Андрей Назаров.
Осрашыу киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.