Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Июль , 22:30

“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”

ти Асҡын районында диалектологик практика үтеүсе студенттар.  

“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, Өфө фән һәм технологиялар университеты  доценты, филология фәндәре кандидаты Айгөл Ғәни ҡыҙы Сәғитова етәкселегендә  башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се  курс студенттары Асҡын районында  диалектологик практика үтә.

Буласаҡ телселәр   хозур тәбиғәтле Солтанбәк ауылында булып, унда  йәшәүселәрҙең тел үҙенсәлектәрен, фольклор һәм этнография өлгөләрен йыя.

“Бик матур яҡтар! Шул тиклем   ҡәнәғәт булып ҡайттыҡ, йылы ҡаршы алдылар!

Ул ерҙәрҙә башҡаса атмосфера, "беҙ көлдән яралған башҡорттар" тигән һүҙҙәр күңелде тетрәндерҙе🙏🏻. Был ерҙәрҙә бик рухлы, тарихын, быуындарын хөрмәт иткән халыҡ йәшәгәнен күреп, һоҡланып, ҡыуанып, илһамланып ҡайттыҡ”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты рухлы, телһөйәр ҡыҙ Йәнгүзәл Зәйнуллина.

Наилә Имаева.

 

“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
“Солтанбәктән илһамланып ҡайттыҡ!”
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: