Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Июнь , 22:30

“Асҡын районының хозур тәбиғәтенә, ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”

Өфө фән һәм технологиялар университеты  доценты, филология фәндәре кандидаты Айгөл Ғәни ҡыҙы Сәғитова етәкселегендә  башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се  курс студенттары Асҡын районында  диалектологик практика үтә.

“Асҡын районының  хозур тәбиғәтенә,   ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”
“Асҡын районының хозур тәбиғәтенә, ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”

Буласаҡ телселәрҙең маҡсаты – районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең тел үҙенсәлектәрен, фольклор һәм этнография өлгөләрен йыйыу. 

Тырыш, маҡсатсан студенттар Айгизә Кәримова, Лиана Әлибаева, Йәнгүзәл Зәйнуллина, Динара Сафиуллина, Азалия Ҡаҙаева, Әдилә Рыҫҡолова   етәкселәре Айгөл Ғәни ҡыҙы менән Ҡубияҙ, Урмияҙ, Ҡашҡа, Гөмбә, Иҫке Ҡаҙансы, Төлгөҙбаш ауылдарында булып, халыҡ менән осрашып өлгөргән дә инде. Бөгөн улар редакциябыҙға килеп,  тәьҫораттары менән ихлас бүлеште. 

“Асҡын районы тәбиғәтенә, уның ҡунаҡсыл, телһөйәр, илһөйәр, тарихын белгән, тамырҙарын  өйрәнгән халҡына ғашиҡ булдыҡ. Һәр ауылда беҙҙе матур итеп ҡаршы алдылар, бигерәк тә ағинәйҙәрҙең ихлас ярҙам итеп, кәңәштәр биреп, һәр ерҙә беҙҙе оҙатып йөрөүе ҡыуандырҙы.  Беҙ бик фәһемле мәғлүмәт туплай алдыҡ, ошо ерлеккә генә хас бик күп һүҙ яҙып алдыҡ. Асҡын халҡына, урындағы етәкселәргә ҙур рәхмәт”, — тине телһөйәр ҡыҙҙар.

Тулыраҡ мәғлүмәтте видеояҙманы ҡарап белә алаһығыҙ.

Наилә Имаева.

“Асҡын районының  хозур тәбиғәтенә,   ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”
“Асҡын районының  хозур тәбиғәтенә,   ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”
“Асҡын районының  хозур тәбиғәтенә,   ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”
“Асҡын районының  хозур тәбиғәтенә,   ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”
“Асҡын районының хозур тәбиғәтенә, ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ булдыҡ!”
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: