Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Июнь , 17:05

Геройҙар исеме мәңгеләштерелде

Бөгөн, 28 июндә, Солтанбәк ауылында махсус хәрби операция территорияһында батырҙарса һәләк булған   Фларис Фларит улы Исмәғилев, Фәрзәүи Мөсәлләм улы Рәхимйәнов һәм Айҙар Әнғәм улы Хафизов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асыу тантанаһы үтте.

Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева, батыр яугирҙарҙың  ғаиләләре, яҡындары, ауылдаштары ҡатнашты. Мемориаль таҡтаташтар социаль-мәҙәни үҙәк бинаһы алдында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары  хөрмәтенә ҡуйылған обелиск йәнәшәһенә урынлаштырылды.

Айҙар Хафизовтың мемориаль таҡтаһы элек социаль-мәҙәни үҙәк бинаһы стенаһына беркетелгәйне, әммә халыҡ һәм урындағы хакимиәт  инициативаһы һәм ата-әсәһенең ризалығы буйынса бөтә геройҙарҙы бер урында берләштереп урынлаштырырға ҡарар ителә.

"Бөгөн беҙ ил мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн махсус хәрби операция зонаһына юлланған геройҙарыбыҙ иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асабыҙ. Уларҙың иҫтәлеге мәңге йәшәргә тейеш, ә беҙ батырҙарыбыҙ өлгөһөндә киләсәк быуындарҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ысын патриоттар тәрбиәләгәне өсөн ата-әсәләренә һәм яҡындарының ҡыйыу ҡарарҙарын ҡабул итеп, хуплаған яҡындарына  рәхмәт белдерәм. Геройҙарға мәңгелек дан!”  — тине район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы.

Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы сығыш яһағандан һуң, һүҙ ауыл мәсетенең имам-хатибы Айрат хажи Насртдиновҡа бирелде.

Таҡтаташтарҙы асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Динис Йосоповҡа, Айҙар Хафизовтың әсәһе  Хәтмиә апай Хафизоваға, Фларис Исмәғилевтың апаһы Фларида Лотфуллинаға һәм Фәрзәүи Рәхимйәновтың ҡатыны Фәриҙә Рәхимйәноваға бирелде. Һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, йыйылыусылар мемориаль таҡтаташтарға сәскәләр һалды.

Тантаналы сараны Солтанбәк урта мәктәбен тамамлап,бөгөн Бөрө ҡалаһы мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөгән Ләйсән Хәмиҙуллина алып барҙы, ә тауыш операторы булып ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Рәлиф  Муллаянов сығыш яһаны.

Мемориаль таҡтаташтар асыу  өс геройыбыҙға ғына түгел, ә Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән һәр кемгә хөрмәт һәм рәхмәт символына әүерелде. Был мөһим ваҡиға һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың  исемен мәңгеләштереп, уларҙың исемен  һәм батырлығын киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итәсәк.

Наилә Имаева.

 

Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Геройҙар исеме мәңгеләштерелде
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: