Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Июнь , 17:20

Бөгөн Мишкә районында IV «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивале уҙҙы

Мишкә районы үҙәгенә республика буйлап махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр йыйылды.

Бөгөн Мишкә районында IV «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивале уҙҙы
Бөгөн Мишкә районында IV «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивале уҙҙы

Улар өсөн медицина һәм психологик ярҙам күрһәтергә әҙер белгестәр, юридик консультациялар эшләне. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ буйынса белем биреү семинары, оҫталыҡ дәрестәре, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн тренингтар, спорт ярыштары, халыҡ дауалаусылары ҡабул итте.Балалар өсөн дә программа булды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн
Дәүләт думаһы депутаттары Римма Үтәшева, Наталья Орлова, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һ. б. «Берҙәм Рәсәй» Партпроектының «Сәләмәт киләсәк» йәмәғәт советының асыҡ ултырышын уҙғарҙы. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды.

- "Ер ҡото" ул дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле этно-проект. Уның авторы «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Һәм быйыл ул Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды. Сараға махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре саҡырылды. Һәм беҙ «Берҙәм Рәсәй» Партпроектының «Сәләмәт киләсәк» йәмәғәт советының асыҡ ултырышын уҙғарҙыҡ. Бында БР Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Фаат ҡыҙы Зинурованың, район һәм ҡала дауаханалары баш табиптарының, шифахана етәкселәренең, БДМУ проректорының сығыштарын тыңланыҡ. Был бик мөһим, сөнки беҙҙең яугирҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн диспансеризация үткәреү тәртибе, психологик ярҙам, шифаханаларҙа дауаланыу нисек ойошторола, һәм башҡа медицина ярҙамы нисек күрһәтелеүе хаҡында әңгәмәләштек. Яугирҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапты, - ти Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева.
Көн тәртибе мәсьәләләрен тикшереү тамамланғандан һуң Римма Үтәшева төбәктең медицина ойошмалары етәкселәрен һәм меценаттарын хәрби подразделениеларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм ярҙамға мохтаж кешеләрҙең ғаиләләренә ярҙам иткәндәре, Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан Республикаһындағы ролен һәм абруйын күтәреүгә шәхси өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Автор:Гөлнара Солтанова.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-06-28/yaugir-ar-a-yar-am-a-4294014
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: