Вәсил Ғәҙелша улы Сөләймән ауылында тыуып үҫкән, Торна ауылынан Лилиә Тимерғәзе ҡыҙына өйләнә. Йәштәр бер аҙ ваҡыттан Яр Саллы ҡалаһында төпләнә, ләкин күңелдәре һәр ваҡыт тыуған яҡҡа тартыла.
Бына байтаҡ йылдар инде Ғилманшиндар районыбыҙға әүҙем булыша, улар ҡатнашлығында байтаҡ изге эштәр башҡарыла. 2012, 2013, 2017 йылдарҙа улар тыуған ауылдарында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрҙе. 2020 йылда улар тырышлығы менән Сөләймәндә мәсет төҙөлдө. Хәҙер ауылда көн дә аҙан тауышы яңғырай, дини саралар үтә.
Һуңғы йылдарҙа дини йолаларҙы үтәүселәр, ураҙа тотоусылар һаны арта бара. Ғилманшиндар быны әүҙем хуплай, Ҡариҙел ауылында кафела ҙурлап ифтар үткәрергә ярҙам итә.
Һәр йыл һайын был изге күңелле пар Ололар көнөнә ике ауылдың өлкән быуынын бергә сәй табынына йыя, бүләктәр тарата. Уларҙың тағы ла бер яҡшы эше бар — тыуған ауылдары зыяратын таҙартыу буйынса ойошторолған өмәләргә тәмле былау бешереп алып киләләр. Был көндө доғалар уҡып, мәрхүм ауылдаштарын да иҫкә алалар.
Лилиә һәм Вәсил Ғилманшиндар тырышлығы менән Сөләймән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә обелиск та барлыҡҡа килде.
Вәсил Ғәҙелша улы һәм Лилиә Тимерғәзе ҡыҙы — тыуған ергә тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө. Уларҙың изге эштәре һәм әүҙем йәшәү позицияһы йәш быуынды матур ғәмәлдәргә рухландыра.
Әнзилә Туҡтағолова, Сөләймән ауыл клубы методисы.