Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Июнь , 07:15

Балалар баҡсаһында Һабантуй байрамы үтә

Урмияҙ ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһында Һабантуй байрамы бик күңелле үтә. Унда  балалар үҙҙәренең көсөн, оҫталығын, етеҙлеген  күрһәтеп, бүләктәр ала.

Байрамды  асыу тантанаһында “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдире  Нэлли Рәзғәт ҡыҙы Кәримова, тәрбиәселәр Ләйсән Нәжибулла ҡыҙы Әүхәҙиева,  Фәнисә Хәсәнйән ҡыҙы Йосопова,  Лениза Рәүеф ҡыҙы Хәбибуллина  сығыш яһай.

Балалар менән бергәләп “Һабантуйға барабыҙ” йырын йырлайҙар. Тәрбиәләнеүселәр шиғырҙар һөйләй.

Тантаналы өлөштән һуң күңел асыу башлана: арҡан тарталар, ат сабышында ҡатнашалар, көрәшәләр, ҡапсыҡ менән көс һынашалар, һыу тултырылған биҙрәләр күтәреп, йоморҡа һалынған ҡалаҡты ҡабып ярышалар, йомаҡтар сисәләр.

Байрам һуңында балалар күстәнәстәр алып ҡыуанды.

“Һабантуй байрамы үҫешһен, камиллашһын,   беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы ҡыуандырһын, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ”, - ти ижади ҡарашлы тәрбиәселәр.

 Наилә Имаева.

 

 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: