Һәр команда составында 11 кеше, шул иҫәптән ике ҡыҙ. 12-17 йәшлек уҡыусылар етәкселәре менән бергә Ҡалҡан күле буйында ҙур ялан лагеры ойоштора.
Асҡын районы командаһы исеменән Ралит Вәлиев етәкселегендә Ҡышлауйылға ауылы мәктәбе уҡыусылары сығыш яһай. Улар төрлө дисциплиналарҙа, шул иҫәптән спорт ориентиры, ҡатнаш көс күнегеүҙәре, янғын эстафетаһы, кросс, беренсе ярҙам күрһәтеү, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү һәм эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә үҙ белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтә.
Иң ҡатмарлы һынауҙарҙың береһе булып туғыҙ сәғәтлек иҫән ҡалыу маршруты тора, команда уны уңышлы үтәй. Иҫән ҡалыу этабында беҙҙең команда өсөнсө урын ала. Бынан тыш, улар ялан шарттарында көнкүреште ойоштороуҙа яҡшы күнекмәләр күрһәтә һәм ошо категорияла өсөнсө урын яулай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев ярыштарҙа еңеүселәрҙе бүләкләп, Асҡын командаһының маҡсатҡа ынтылышын һәм яҡшы әҙерлеген билдәләне.
Наилә Имаева.