Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Июнь , 11:00

Ҡариҙел гөрләп торҙо!

Ҡариҙел ауылында Һабантуй байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур һәм күңелле үтте.

Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Ҡариҙел гөрләп торҙо!

Барса  халыҡ өсөн  сағыу хистәргә,   онотолмаҫлыҡ тәьҫораттарға бай был көн ысын байрамға әүерелде.

Ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары, йырҙары һәм театрлаштырылған тамашаларынан сәхнә  гөрләп торҙо!

Сарала район хакимиәте башлығы Айҙар  Шәйҙуллин етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сәсеү кампанияһын тамамлау байрамында районда иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен билдәләнеләр һәм бүләкләнеләр.

Ауыл хужалығы һәм урман сәнәғәте техникаһы  парады барыһын да һоҡландырҙы. Ат сабышы  иһә байрамдың ысын биҙәге булып торҙо!

Сағыу ихаталар Һабантуйға милли рух өҫтәне. Улар урындағы халыҡтың мәҙәниәтен һәм йолаларын сағылдыра, йылылыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ атмосфераһын булдыра.

Ҡунаҡтарҙы спорт ярыштары: көрәш, волейбол, минифутбол һәм башҡа спорт төрҙәре ҡыуандырҙы. Традицион күңел асыуҙар кискә тиклем дауам итте.

Наилә Имаева.

Фотолар сығанағы: https://vk.com/wall519141188_13912

Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Ҡариҙел гөрләп торҙо!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: