Райондың имам-мөхтәсибе Рөстәм хәҙрәт Ғәйзуллин Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың һәм Ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Байрам менән район хакимиәте башлығы Динис Йосопов ихлас ҡотланы.
Ҡотлауҙарға ахун Зөфәр хәҙрәт Ғиндуллин, имам–мөхтәсиб Мөхәмәт Хәсәнов та ҡушылды. Рөстәм хәҙрәт ҡорбан байрамының мәғәнәһе хаҡында һөйләне. Халыҡ уларҙың сығышын ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Доғалар уҡылып, вәғәз һөйләнелгәс, байрам сараһы бай табын артында дауам итте. Барыһы ла тәмле былау менән һыйланды, тәмлекәстәр менән сәй эсте. Балаларға айырым өҫтәл әҙерләнгәйне. Байрам һуңында балаларға күстәнәстәр ҙә тараттылар. Улар бик ҡыуанды һәм ҡәнәғәт ҡалды.
Наилә Имаева.