Бөгөн иртә менән йыйылышып ҡарткиҫәктәр Ғәйет намаҙы уҡый, илебеҙ тыныслығы өсөн, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, доға ҡыла.
Байрамға ата-әсәләре, олатай-өләсәләре менән балаларҙың да күп килеүе айырыуса ҡыуаныслы була.
Мәсеткә килеүселәр байрам былауынан ауыҙ итә.
Байрам табынынан һуң балалар өсөн уйындар ойошторола. Ололар байрам уңайынан уларға күстәнәстәр тарата.
Ҡорбан байрамынан барыһы ла шат күңел менән ҡәнәғәт булып тарала.
Наилә Имаева.