Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Май , 17:10

Китапханалар һаны буйынса беҙ еңеүсе!

Тимәк, беҙ милли китапхана менән илебеҙгә ышаныслы киләсәк тәрбиәләйбеҙ!

Китапханалар һаны буйынса беҙ еңеүсе!
Китапханалар һаны буйынса беҙ еңеүсе!

Халыҡ-ара форумдың икенсе көнө Рәсәй Федерацияһы китапханалары директорҙарының Бөтә Рәсәй "Библиоальянс: хеҙмәттәшлектең яңы моделе" кәңәшмәһенән башланды. Башҡортостан һәм күрше өлкә китапханалары директорҙары алдында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Минск халыҡ-ара китап йәрминкәһенең директор вазифаһын башҡарыусы, “Макбел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Макаров, Рәсәй китапханалары ассоциациялары идаралығы ағзаһы, Силәбе өлкә универсаль фәнни китапхана директоры Наталья Диская, Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының директоры Айгөл Әминева сығыш яһаны.

Ҡунаҡтарҙы сәләмләп Әминә Ивний ҡыҙы республика Башлығы Радий Хәбировтан  ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.

– Беҙ бөгөн өсөнсө тапҡыр уҙғарылған “Китап байрам”ында осраштыҡ, мөмкинлек табып килеүегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәтемде белдерәм. Быйыл да йәрминкә ҙур, масштаблы килеп сыҡты. Уны ойоштороуға күп көс һалған беҙҙең Милли китапхана бөгөн тарихи хәтерҙе һаҡлауҙан тыш, республика халҡын берләштереүҙә, уларға рухи байлыҡ өләшеүҙә ҙур роль уйнаны. Сөнки бында килеүселәр үҙҙәренә кәрәкле китаптарҙы алыуҙан тыш, үҙе кеүек мәҙәни кимәле юғары булған таныштар, дуҫтар тапты. Ә инде китап йәрминкәһен ойоштороу ул республикабыҙ Башлығының идеяһы булды һәм уның иғтибары, ҙур ярҙамы менән үтә һәр йәрминкә. Һәм бөгөн байрамдың Шайморатов һәйкәле янында үтеүе ул юҡҡа түгел, был беҙҙең бөйөк тарихыбыҙ тураһында хәтерҙе хөрмәт итеүебеҙҙе һәм һаҡлауыбыҙҙы күрһәтә. Бигерәк тә йәрминкәлә балаларҙың, йәштәрҙең күп булыуы, уларҙың китап һатып алыуҙары, төрлө тематик майҙансыҡтарҙа әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы күренеш. Тимәк беҙ китап йәрминкәһе менән, милли китапхана менән илебеҙгә ышаныслы киләсәк тәрбиәләйбеҙ!

Кәңәшмәлә тағы ла Ставрополь крайы, Амур, Владимир өлкәләренән, Әстрахан, Новосибирск китапханалары директорҙары ҡатнашты һәм үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы. Башҡортостан Милли китапханаһы иһә "Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы-2025" республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланы. Улар ике йүнәлеш буйынса көс һынашты һәм “Балалар һәм йәштәр менән эшләү буйынса иң яҡшы китапханасы” номинацияһы буйынса Белорет районының “Зәңгәр ҡош” балалар уҡыуы үҙәге китапханасыһы Виктория Касанова еңеү яуланы. Ә “Иң яҡшы йәш китапханасы” номинацияһында Бөрө районы Бәжен ауыл китапханаһы китапханасыһы Карина Апаева еңеүсе булды.

Был сараның иң ҡыҙыҡлы ла, тетрәндергес тә ваҡыты “Бер китап тарихы” булғандыр. Сергей Тимофеев үҙенең атаһының үҙенсәлекле тарихы менән уртаҡлашып үтте.

Ә иһә кәңәшмәгә йыйылыусылар, Башҡортостан – китапханалар һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге урында тора, тигән дөрөҫлөк менән ҡәнәғәт булып таралышты.

Фотолар: “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-05-31/kitaphanalar-any-buyynsa-be-e-e-se-4258288

Автор:
Читайте нас: