Һуңғы йылдарҙа "Ваҡыт йылғаһы" фестивале бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы еңеүсеһе була һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенән грант ала, Рәсәйҙең Милли ваҡиғалар календарына инә.
Рәсәй туризмы тармағында тарихи йүнәлешле фестивалдәр айырым урын биләй — бындай саралар киң күләмле байрамдарға әйләнә һәм тарихи, патриотик белем биреү һәм төбәктең туристик өлөшөн үҫтереү буйынса бер нисә бурысты хәл итә. "Ваҡыт йылғаһы" тарихи реконструкцияһының мәғариф фестивале бер нисә йыл эсендә ҡала сараһынан бөтә Рәсәй фестиваленә әүерелде
Быйылғы фестивалдә уҡыусыларға йүнәлтелгән саралар ҙа күп була. Шуға ла Асҡын районы уҡыусылары фестивалдә тыуған еренең тарихы һәм мәҙәниәте буйынса интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнашты.
Күптән түгел районда уҙған Һәләтле балалар слетында “Спорт өмөттәре” номинацияһында еңеүсе уҡыусылар Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов менән район мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Ләйсән Фларит ҡыҙы Шакирова етәкселегендә бөгөн, 30 майҙа, был сараны күрә алды. Был сәфәрҙе Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов ойошторҙо.
Уҡыусылар яңы дуҫтар таба, күргәҙмәләр менән таныша, үҙҙәрен дә төрлө ролдәрҙә һынап ҡарай. Балалар бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алып, бик матур, күңелле итеп йөрөй.
Наилә Имаева.