Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Май , 18:00

Олег Рой: “Геройҙар ваҡыты” тигән китабымды алып килдем"

Республикабыҙҙың һәр кешеһе Китап байрамын көтөп ала, сөнки унда һәр кемгә күңеленә ятҡан китаптар алыу ғына түгел, яратҡан яҙыусылары менән осрашыу мөмкинлеге лә бар.

Олег Рой: “Геройҙар ваҡыты” тигән китабымды алып килдем"
Олег Рой: “Геройҙар ваҡыты” тигән китабымды алып килдем"

Бына инде бер нисә йыл рәттән был байрамда республикабыҙ уҡыусыларын күренекле яҙыусы Олег Рой менән осрашыу ҡыуандыра.

Быйыл иһә Олег Рой беҙгә яңы шәп әҫәрен алып килде.

 – Был юлы мин махсус хәрби операция тураһындағы китабым менән килдем. Иҫләһәгеҙ, уҙған йыл  ҙур сәхнәлә тороп, яңы проект менән килергә вәғәҙә иткәйнем. “Геройҙар ваҡыты” тип аталған шәп китап ул бына. Мин һәм Сергей Лобанов, Греков исемендәге студия, Оборона министрлығы рәссамдары менән бергә шәп проект тыуҙырҙыҡ. Греков исемендәге студия рәссамдары үҙҙәре алғы һыҙыҡта булды, китапҡа төшөрөлгән яугирҙәрҙе яу яланында төшөрҙөләр. 

Ә Сергей Лобанов беренсе көндән үк махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бөгөн күңел төпкөлөнә үтеп инә торған лирика, моғайын, ул Сергейҙың шиғырҙарындағы лирикалыр. Бында уның 50 шиғыры һәм минең повесть-хикәйәләрем ингән. Шулай итеп, был китапта иң дөрөҫ мәғлүмәттәр йыйылған. Бөгөн 16:00 сәғәттә был китаптың презентацияһы буласаҡ. Унда Сергей Лобанов тәүге тапҡыр госпиталгә эләккәне хаҡында һәм ҡайҙан шундай күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар тыуғанын һөйләйәсәк. Һәм, әлбиттә, беҙ унда махсус хәрби операция тураһында һөйләшәсәкбеҙ,

Башҡортостандан барған яугирҙәр тураһында, уларҙың батырлығы тураһында, кире әйләнеп ҡайтмаусылар тураһында ла һөйләшәсәкбеҙ. Бөгөн беҙ уларҙың ҡаһарманлығы алдында ергә тиклем башыбыҙҙы эйәсәкбеҙ!

Ә Китап байрамына килгәндә инде, ул республика өсөн дә, илебеҙ өсөн дә бик мөһим. Шул хәтлем ҙур йәрминкә ойошторғанһығыҙ. Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙандағы йәрминкә лә тиҙҙән икенсе урында ҡаласаҡ һеҙҙең менән сағыштырғанда, сөнки һеҙ байрамды шул хәтлем дөрөҫ ойошторғанһығыҙ. Бында уҡыусы һәм яҙыусы күҙгә-күҙ ҡарашып осраша ала, һәм тағы ла мине ҡыундырғаны һеҙ илһөйәрлек менән һуғарылған, махсус хәрби операцияға бәйләнгән әҙәбиәткә ҙур иғтибар бүләһегеҙ.

Әлбиттә, бындай байрамды һәр төбәктә үткәрергә ине, ә һеҙ башлаусылар булараҡ, моғайын, беҙҙең бөйөк Рәсәйгә ҙур этәргес көс бирерһегеҙ, тип уйлайым, - тине яҙыусы.

Бөгөн Олег Рой һәм Сергей Лобанов менән осрашыуға рәхим итегеҙ!

Автор фотоһы.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Автор:
Читайте нас: