Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илткән ҡатмарлы юлды карталарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул саҡта ҡайҙа йөрөгәнеңде спутник аша смартфондан йә навигация сараларынан асыҡлай алмайһың бит. Хәҙерге балалар ул тиклемен аңлап та бөтмәйҙер әле. Ә һуғышта карталар тирә-йүндә ориентирлашыу өсөн берҙән-бер сара булған. Карталарҙы тиҙ генә нәшер итеп, ҡулға килтереп тороусы ла юҡ. Шуға взводтар, роталар командирҙары уны ҡулдан төшөрөп алыр булған.
Юрий Кочеров 7–12 йәшлек балаларға “Командир картаһы” тигән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ыңғайында хәрби карталар тураһында әллә күпме ҡыҙыҡ мәғлүмәт бирҙе, картаны уҡырға өйрәтте, шартлы тамғаларҙың нимә аңлатҡанын һөйләне. Балалар хатта үҙҙәре карта эшләп ҡараны.
Балалар К. Кочегаров менән Е. Петухованың “Еңеүгә аҙымдар” (“Шаги к Победе”) тигән китабы менән танышты. Баҫма Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштары, фронт тормошоноң үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.
#КитапБайрамы