Йәнтөйәк
+22 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Май , 14:20

Яңы идеялар менән рухланып ҡайттыҡ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының  II Бөтә Рәсәй съезы ҡатнашыусылары тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Яңы идеялар  менән рухланып ҡайттыҡ
Яңы идеялар менән рухланып ҡайттыҡ

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Съездың эше ҡаланың белем усаҡтарында "Йәншишмә" , "Аҫылташ", "Гөлөстан", "Аҡбуҙат", "Самрау", "Шүлгән", "Иҙел", "Һомай", "Урал батыр" тигән майҙансыҡтарға бүлеп ойошторола.

 Сараға республиканан һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килгән делегаттар, шулай уҡ төрлө белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, белем биреү идаралыҡтарының туған телдәр буйынса методистары, "Филология", "Педагогик белем" профиле буйынса белем алыусы һөнәри белем биреү һәм юғары белем биреү ойошмалары студенттары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре килә. Пленар өлөштә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡатнаша.

Асҡын районынан был мәртәбле сарала  мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә  Рәдис ҡыҙы Селянина,  Асҡын 2-се балалар баҡсаһы  мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы  Мөхәмәтшина, Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина ҡатнашты.

Съезд барышында заманса башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе уҡытыу, үҫтереүҙә булған проблемалар күтәрелә һәм уларҙы сисеү юлдары билдәләнә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының  II Бөтә Рәсәй съезы ҡатнашыусылары тәъҫораттары менән уртаҡлашты.

Зөлфирә Селянина, район мәғариф бүлеге начальнигы:

— Форумдың тәүге өлөшөндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Йәншишмә” майҙансығында ҡатнаштым. Унда дәүләт тел сәйәсәте мәсьәләләре буйынса эшлекле һөйләшеү булды,  стратегик сессия форматында үтте. Беҙ ун өҫтәлгә бүленеп, бирелгән темалар буйынса уй-фекерҙәребеҙ, идеяларыбыҙ  менән бүлештек.  Киләһе йылдарҙа тормошҡа ашырылырға тейешле  бик  кәрәкле, фәһемле, файҙалы идеялар яңғыраны. Асҡын районы делегаттары исеменән барлыҡ ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Сараның һәр этабы уйланылған, юғары кимәлдә ойошторолоуы  съездың  һәр кем өсөн файҙалы һәм бай йөкмәткеле булыуына булышлыҡ  итте.

Лариса Мөхәмәтшина, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире:

— Беҙ, мәктәпкәсә белем биреү педагогтары, Өфө ҡалаһының 308-се балалар баҡсаһында ойошторолған “Аҡбуҙат”   майҙансығы эшендә ҡатнаштыҡ. Балалар баҡсаһы буйлап экскурсияла йөрөп сыҡҡас,  беҙҙең алда ошо баҡсаның тәрбиәләнеүселәре матур итеп сығыш яһаны. “Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы” республика  конкурсында төрлө йылдарҙа еңеү яулаған тәрбиәселәр тәжрибә уртаҡлашты. Артабан беҙ  биш тема буйынса бүленеп, “Киләсәк балалар баҡсаһы” проекты буйынса фекер алыштыҡ һәм  иң яҡшы тәҡдимдәрҙе  Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбировҡа  еткереү өсөн һайлап алдыҡ.

"Аҡбуҙат"  майҙансығында эш  юғары кимәлдә ойошторолғайны. Барыһы ла алдан уйланылған. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре съезда ҡатнашыусыларҙың күңелен яуланы. Сарала планлаштырылған  эштәрҙең һөҙөмтәләре лә матур һәм файҙалы булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

 Дилбәр Заһиҙулина, Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезында икенсе тапҡыр ҡатнаштым. Тәүге съезд 2019 йылда үткәйне.  Ул саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен үҫтереү, уны өйрәнеү, пропагандалау  буйынса ҡушҡан эштәрҙең күбеһе эшләнгән:  полилингваль мәктәптәр, шайморатов кластары  асылған һәм уңышлы эшләй, төрлө китаптар нәшер ителгән, заманса ҡушымталар һәм программалар уйлап сығарылған...

  Мин   Ә. Вәлиди исемендәге милли китапханала ойошторолған “Самрау” майҙансығында булдым. Унда  йәш быуынды китап уҡыуға ылыҡтырыу, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.  Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар идаралығы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, педагогия фәндәре докторы   Әлфис Ғаязов модератор булды.  Нефтекама ҡалаһында эшләп килгән  үҫмерҙәр һәм балалар өсөн  драма  түңәрәгендә ҡатнашыусылар  Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма мине, әсәй!”  повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Шундай оҫта,  үҙәктәргә үтеп инерлек итеп уйнаны йәш актерҙар. Тетрәндергес тамашаны күҙ йәштәре аша ҡараныҡ. Ошо сағыу миҫал өлгөһөндә Нефтекама ҡалаһынан килгән уҡытыусының театрҙың балаларҙы әҙәбиәткә йәлеп итеүҙәге  роле тураһындағы сығышы бик урынлы булды. Ғөмүмән, бар сығыштар ҙа фәһемле, көнүҙәк ине, уларҙы йотлоғоп тыңланыҡ.  Был сара көтөлмәгән осрашыуҙарға бай булып сыҡты. Унда ҡатнашыусы  фән эшмәкәрҙәре мине институтта уҡытҡан уҡытыусылар булып сыҡты:  Ғинәт Ҡунафин, Вәкил Хажин, Әхәт Вилданов ... улар  китап авторҙары ла.

Форумдың икенсе өлөшө башланыр алдынан “Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында милли колоритлы дефиле күрһәттеләр. Иҫ киткес матур күлдәк һәм костюмдарҙы һоҡланып ҡараныҡ.

Съездан бай тәьҫораттар алып, яңы идеялар менән рухланып ҡайттыҡ. Туған телебеҙҙең мөмкинлектәрен киңерәк йәйелдереү буйынса эште  артабан да  дауам итеп, ҡәҙерле ҡомартҡыбыҙҙы замана мәғлүмәт-коммуникация технологияларында, Интернет киңлектәрендә даими ҡулланһаҡ, телебеҙ тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә бар донъяла билдәлелек алыр. Башҡорт ғаиләһе мәнфәғәтенә, уның рухи ҡиммәттәренә иғтибарҙы һәм ихтирамды арттырыуҙы һәр саҡ күҙ уңында тоторға,  телде белеү, өйрәнеү, һаҡлау тап ғаиләнән башлана икәнлеген тәрбиә эшендә оноторға ярамай. Киләсәктә съезда ҡаралған мәсьәләләр тормошҡа ашырылыр һәм  тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешә алырбыҙ. Алға ҡуйылған пландар, күтәрелгән мәсьәләләр киләсәктә ыңғай хәл ителер, тип уйлайбыҙ.

 

 

Яңы идеялар  менән рухланып ҡайттыҡ
Яңы идеялар  менән рухланып ҡайттыҡ
Яңы идеялар  менән рухланып ҡайттыҡ
Яңы идеялар  менән рухланып ҡайттыҡ
Яңы идеялар  менән рухланып ҡайттыҡ
Яңы идеялар менән рухланып ҡайттыҡ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: