Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Май , 10:10

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Балтас районының Көнтүгеш ауылында тыл хеҙмәтсәндәренең һәм һуғыш осоро балаларының иҫтәлеге мәңгеләштерелде.      

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Балтас  районының Көнтүгеш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн көрәштә баштарын һалған һәм Еңеү яулап ҡайтып, тыныс тормошта арабыҙҙан киткән ауылдаштар исемен, Афғанстан, Чечня һуғыштары ҡорбандарының фотоһүрәттәрен, был ҡанлы бәрелештәрҙә уҙып ҡайтҡан ир-егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереп, ауыл уртаһында яңы обелиск тергеҙелде.

Еңеүҙең 80 йыллығына яңы обелиск йәнәшәһенә тыл эшсәндәренең һәм “Һуғыш осоро балалары”ның исемдәрен мәңгеләштерергә ниәтләйҙәр. Ауылдаштар чатында кәңәшләшеп, эш башлайҙар.

Уның инициаторы, башлап йөрөүсеһе  ауылдағы мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Асия Мостафина була.

     – Ауылда ғүмер кисергән, ситтә йәшәгәндәр  башланғысты хупланылар һәм исемлекте булдырыу, тулыландырыуҙа ҙур ярҙам күрһәттеләр. Ауыл халҡынан йыйылған аҡсаларға өҫтәп, ситтә йәшәгән ауылдашыбыҙ Әлфрит Локманов 20 000 һум күләмендә аҡса бирҙе.

Ул башҡа сараларҙа ла активлығы менән айырыла. Исемлек әҙер булғандан һуң, район типографияһында (директоры Нуриман Төхбәтуллин) яҙҙырып алдыҡ, —типһөйләй Асия Мостафина.

 296 тыл эшсәне һәм 95 “Һуғыш осоро балаһы”ның исемдәре мәңгеләштерелгән “Хәтер таҡтаһы”н  урынлаштырыуҙы, иретеп йәбештереү эшен Вильнар Мостафин башҡарған. Уға Филарид Мостафин, Илмир Галин, Рөстәм Хажимуллин ярҙам иткән.

Ошо көндәрҙә “Хәтер таҡта”һын асыу тантанаһы үтте.

 

Фото һәм мәғлүмәт: "Балтач таңнары" гәзите.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас