Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Май , 10:25

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар

#Победа80 Урмияҙ ауылы “Йәйғор”  балалар баҡсаһында  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар «Еңеү Көнө» тематик аҙналығы сиктәрендә ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар

Тәрбиәселәр балаларға тарихыбыҙҙың хәл иткес  мәлдәре,  Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ауырлыҡтар һәм күпме ҡорбандар аша яулап алыныуы хаҡында һөйләй.

Балалар  ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған байрамда ла ҡатнашып, уға йән өрә, йәм өҫтәй.

Балалар баҡсаһында Еңеү Парады ла тантаналы шарттарҙа уҙа. Иртә менән баҡсала  хәрби йырҙар яңғырай. Кескәйҙәр төрлө ғәскәр костюмдарын кейә: десантсылар, сик һаҡсылары, диңгеҙселәр һәм шәфҡәт туташтары. Балалар  тигеҙ сафтарҙа шундай ғорурлыҡ менән атлап уҙа, әйтерһең, уларҙың күҙҙәрендә тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен биргән олаталарының иҫтәлеге сағыла.

Сара һуңында  бер минут тын тороп, Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән  яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алалар.

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләп, шундай  саралар ойоштороусы тәрбиәселәргә һәм балаларҙы әҙерләргә ярҙам иткән ата-әсәләргә рәхмәт!

Барығыҙҙы  ла  Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ! Тыныс күк йөҙө, именлек теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

 

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: