Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Май , 20:40

Яугир яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде!

Бөгөн, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнгән көндә, махсус хәрби операция зонаһында   илебеҙҙе һаҡлаған «Хан» позывнойлы яугирға Жуков миҙалы тапшырыла. Беҙ ҡыйыу яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ! 

Яугир яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде!
Яугир яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде!

Махсус хәрби операция зонаһында булған Асҡын районы егеттәре үҙҙәренең хәрби уңыштары менән һөйөндөрөп  тора. Тағы ла бер яҡташыбыҙ «Хан» позывнойлы яугир Рәдим Дихин  Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн  9 Май  — Еңеү көнөндә Жуков миҙалы менән бүләкләнә. Был миҙал — яу яланында үҙен күрһәткән йәки батырлыҡ ҡылған хәрби хеҙмәткәрҙәргә бирелә торған иң мөһим һәм маҡтаулы дәүләт наградаларының береһе.

Рәдим  Урмияҙ ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән тырыш, ҡыйыу була, спорт менән шөғөлләнә. Бигерәк тә волейбол уйнарға ярата, шуға ла һәр саҡ ярыштарҙа теләп ҡатнаша. Мәктәпте тамамлау менән тәүәккәл егет  Свердловск өлкәһенә сығып китә һәм хеҙмәт юлын башлай. Төрлө эштәрҙә хеҙмәт һалып, тәжрибә туплай.

Махсус хәрби операция башланыу менән Рәдимдең  ағаһы –Дамир Дихин  контракт нигеҙендә Тыуған илебеҙ һағына баҫа. Динар ҡустыһы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға алына. Рәдим  дә Тыуған ил һағына баҫыу уйы менән яна башлай.  Динар яраланып ҡайтып, демобилизацияланғас, ул ҡустыһы юлын дауам итә –  илебеҙҙе, ғаиләһен, балаларын һаҡлар өсөн  2024 йылдың ғинуарында контракт төҙөп, яуға китә. Атаһының исеме Ғилемханды ҡыҫҡартып, «Хан» позывнойын ала.

Бөгөн ул 12-се айырым гвардия инженер Кенигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡлы Жуков орденлы  бригадаһы оставында  Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында урынлашҡан миналарҙы таҙартыу төркөмөндә водитель булып хеҙмәт итә.

Еңеү көнөндә алған Жуков миҙалы - махсус хәрби операция зонаһында булған ваҡытта яҡташыбыҙҙың дүртенсе наградаһы. 2024 йылдың октябрендә «Хан»  күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Хәрби батырлыҡ өсөн», 2025 йылдың февралендә 2-се дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм саҡ ҡына алдараҡ “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдарына лайыҡ булған.

Башҡортостан егеттәренең бер ҡайҙа ла һынатмауын, һәр саҡ алдынғы булыуын барыһы ла белә, яҡташтарыбыҙҙың ошондай күркәм һыҙаттары һәр беребеҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята, һоҡландыра ла. Яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙарға Еңеү менән, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙырын теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Яугир яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде!
Яугир яҡташыбыҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: