Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Май , 07:25

80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...

Башҡортостан ауылында  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы митинг үтте.

80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...
80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...

Башҡортостан ауылы халҡы һәм ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн ситтә йәшәүселәр  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарын, унда һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу өсөн ауыл уртаһында урынлашҡан стела эргәһенә йыйыла. Сарала ҡатнашыусыларҙы Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов, Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова сәләмләй һәм  Бөйөк  Еңеү байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә. Ауылдың хөрмәтле ағинәйе Саимә апай Зиннатоваға Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ҡотлау хатын тапшыралар.

“Башҡортостан ауылы халҡы һәр саҡ берҙәмлек күрһәтә. “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ла ҙур ойошҡанлыҡ менән береһенән-береһе фәһемлерәк һәм сағыуыраҡ саралар үткәрҙе. Еңеү көнөнә лә алдан әҙерлек алып баралар: Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған стела янын йыйыштырып, сәскәләр ултырталар, яуҙа һәләк булған яҡташтарын Ҡөрьән аяттары уҡытып, иҫкә алалар.  Митингта ла дәррәү, берҙәм йыйылышып килделәр.  Һәр береһе үҙенең  яуҙа ҡатнашҡан батырын - атаһының, олатаһының  яу юлдарын иҫкә төшөрҙө. Еңеү өсөн баштарын һалғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, стелаға сәскәләр һалдылар. Венок һалыуҙы ҙур хөрмәт менән яңы ғына Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп, армиянан ҡайтыусы ауылдаштары – йәш  егет Илназ Суфияновҡа йөкмәттеләр.

Тантаналы митинг Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда һәм фронтта  батырлыҡтар күрһәткән атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәрҙе иҫкә төшөрөргә,  йылдар үткәс, олатайҙар юлын дауам итеп, бөгөн дә махсус хәрби операция зонаһында  Тыуған илебеҙҙе  һаҡлаған ир-егеттәрҙең батырлығы хаҡында уйланырға мәжбүр итте.

Барыһының да теләге бер ине: тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яҡташтарыбыҙ  - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!” – тип һөйләне Башҡортостан ауылында  үткән тантаналы митинг тураһында Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы.

9 Май бөйөк ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелеп кешеләр күңелендә мәңге һаҡлана.   1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн күпме кеше үҙ-үҙен аямай башын һала, тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында ятып ҡала. Бөйөк Еңеү көнөн күреп, һуңынан илебеҙҙе тергеҙеүгә күп көсөн һалып йәшәгән ветерандар ҙа ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙҙа ҡалманы. Әммә халҡыбыҙ  яугирҙарының ҡаһарманлығын бер ваҡытта ла онотмай. Быны бәләкәй генә Башҡортостан ауылы халҡы миҫалында ла аныҡ күрергә була.

 Беҙ һәр ваҡыт һуғыш һәм тыл ветерандарының изге эшен, батырлығын хәтерләргә, йәш быуынға еткерергә, азатлыҡ, тыныслыҡ, ғүмер бүләк иткәндәре өсөн мәңге рәхмәтле булырға тейешбеҙ!

Наилә Имаева.

 

80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...
80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...
80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...
80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...
80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...
80-се Еңеү яҙын ҡаршылап...
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: