Илһөйәрлек менән һуғарылған марафон һәр районда ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Уға әҙерлек һәм уны үткәреү сиктәрендә журналистар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында район гәзиттәрендә эшләгән мөхәррирҙәр, журналистар тураһында бай мәғлүмәт туплап, ошо йылдарҙа сыҡҡан гәзиттәргә анализ яһаны һәм гәзит уҡыусыларға еткерҙе.
Йомғаҡлау сараһында "Ҡорал һәм ҡәләм менән" марафоны штандартын Ҡалтасы районы журналистары Борай районы журналистарына тапшырҙы.
Сара сиктәрендә һәр район редакцияһы коллективы концерт номеры менән сығыш яһаны. Беҙ, Асҡын районы журналистары, редакциябыҙҙа оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән күренекле шағирыбыҙ (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инде мәрхүм) Нурихан Ғәҙел шиғырына Альмира Шакирова көй яҙған “Асҡыным” йыры менән сығыш яһаныҡ. Сарала күренекле яҡташыбыҙҙың ҡыҙы Гөлназ Нурихан ҡыҙының ҡатнашыуы тағы ла беҙҙең сығышыбыҙға мәртәбә һәм йәм өҫтәне.
Форсаттан файҙаланып, журналистар өсөн Бөйөк Еңеү көнө алдынан шундай сағыу, илһөйәрлек менән һуғарылған байрам әҙерләп үткәрергә һөр төрлө ярҙам күрһәткән Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Ҡәҙим улы Гәрәевҡа, Борай районы редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә, шәхсән гәзиттең баш мөхәррире Венера Мөдәрис ҡыҙы Арыслановаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Беҙ ҡунаҡсыл, заман менән бергә үҫешкән Борай еренән илһамланып, Борайҙың иҫтәлекле һәм матур урындарында булып, бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ!
Наилә Имаева.