Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем алыусы Гүзәл 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 2-се урынды яуланы. Ул 16 килограмлы герҙе 120 тапҡыр күтәрҙе.
Башҡортостандың XXXIII ауыл спорт уйындары сиктәрендә уҙған ярышта ҡатнашырға Гүзәлгә Мәҙәниәт, спорт Һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы ярҙам итте.
"Гүзәлде лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан уның республика һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу мөмкинлеген булдырырға тырышасаҡбыҙ..." - тине Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Закиров.
Наилә Имаева.