Майҙанға Рәсәй флагын һәм Еңеү байрағын алып ингәс, сарала ҡатнашыусылар Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын ҙур ғорурлыҡ менән башҡарҙы.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Асҡын һәм Ҡариҙел райондарының хәрби комиссары Азат Исмәғилев сәләмләне.
Бәйге “Йәш армиясылар” хәрби-патриотик клубы ағзаларының күрһәтмә сығышынан башланды. Барыһы ла уларҙың тигеҙ сафтарҙа йырлап үтеүен, хәрби сәләмләүен, командаларҙы теүәл һәм дөрөҫ үтәүен һоҡланып күҙәтте.
Йыр һәм строй әҙерлеге район конкурсында Асҡын ауылының "Күк сәскә", "Ҡояшҡай" һәм 2-се балалар баҡсаларынан, райондың бөтә мәктәптәренән һәм Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжынан барлығы 41 команда ҡатнашты.
Улар бер иштән кейенеп, бирелгән командаларға ярашлы строй алымдарын дөрөҫ үтәү, теҙелеү, рапорт биреү, хәрби сәләмләү, йыр менән үтеү кеүек һынауҙар буйынса шундай етди итеп ярышты.
Конкурс йомғаҡтары буйынса ете категория --балалар баҡсалары, башланғыс кластар -1-4-се кл., урта звено -5-9-сы кл.(улар өс төркөм булды), юғары звено – 10-11-се кл., хәрби -патриотик йүнәлештәге звено – йәш армиясылар, шайморатовсылар һәм хәрби-патриотик клуб буйынса еңеүселәр айырым билдәләнде. Улар район мәғариф бүлегенең грамоталары менән бүләкләнде.
Сара барышында уҡыусылар берҙәмлек, татыулыҡ, тәртип, бер төптән эш итеү кеүек төшөнсәләрҙең асылына төшөндөләр. Смотр-конкурс балаларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән бик фәһемле һәм отошло булды.
Наилә Имаева.