Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Апрель , 16:30

Кескәй илһөйәрҙәр барыһын да һоҡландырҙы!

Бөгөн  Асҡын ауылының үҙәк майҙанында ҙур әҙерлек менән йыр һәм строй әҙерлеге район конкурсы үтте.  Быйыл бәйгелә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашып, барыһын да һоҡландырҙы.

Кескәй илһөйәрҙәр   барыһын да һоҡландырҙы!
Кескәй илһөйәрҙәр барыһын да һоҡландырҙы!

Асҡын ауылының “Күк сәскә”,  “Ҡояшҡай” һәм  2-се балалар баҡсаһынан барыһы дүрт команда ҡатнашты.

Йөҙҙәренән илһөйәрлек нуры бөркөлөп торған кескәйҙәр күҙҙең яуын алырҙай бер иштән кейенеп, бирелгән командаларға ярашлы строй алымдарын дөрөҫ үтәү, теҙелеү, рапорт биреү, хәрби сәләмләү, йыр менән үтеү кеүек һынауҙар буйынса шундай етди итеп ярышты.

Ҡыҙыу һәм сәмле барған бәйгелә Асҡын 2-се балалар баҡсаһының “Комета”  командаһына етеүсе булманы. Улар 1-се урынға лайыҡ булды. Ошо уҡ балалар баҡсаһының “Пограничниктар” командаһы 2-се  урынға эйә булды. 3-сө урынды  “Күк сәскә”  балалар баҡсаһының “Патриот” һәм “Ҡояшҡай”ҙың “Катюша” командалары бүлеште.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Советтар Союзы Геройы  Степан Александрович Казаков иҫтәлегенә бағышланған   бәйге  илһөйәрлек рухында тантаналы шарттарҙа  үтте. Кескәйҙәрҙе бәйгегә әҙерләгән тәрбиәселәргә, шундай сағыу бер төрлө костюмдар алырға ярҙам иткән ата-әсәләргә  рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Афариндар!

Нәҡ ошондай саралар балаларҙа  илһөйәрлек, илебеҙ тарихына һөйөү, Ватаныбыҙ азатлығы өсөн үҙ көстәрен һәм йәндәрен биргән ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға хөрмәт тәрбиәләй.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: