Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Апрель , 13:45

Ҡубияҙ һәм Үтәш ауылдарында өмәләр гөрләп үтә

Йома, шәмбе, ял көндәрендә Ҡубияҙ ауыл биләмәһендә тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмәләр ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа. 

Ҡубияҙ һәм Үтәш ауылдарында өмәләр гөрләп үтә
Ҡубияҙ һәм Үтәш ауылдарында өмәләр гөрләп үтә

“Ҡубияҙ ауылында өс зыяратта ла, Үтәш ауылы зыяратында ла  ҡороған ағастарҙы киҫеп сығарыу, сүп үләндәрен тырматыу, таҙартыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Ҡубияҙ ауылында иң оло өмәсе Азһар ағай Нурисламовҡа 90 йәш ине. Йәше лә, ҡарты ла был  өмәләрҙән ситтә ҡалманы. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ҡәберҙәрен дә тәртипкә килтерҙе өмәселәр.

Үтәштә  ауылды йәмһеҙләп  ултырған, янғын хәүефһеҙлеге тыуҙырған йәшәлмәгән иҫке йорттарҙы   һүтеп түгеү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылды.

Ҡубияҙ ауыл  мәҙәниәт йорто, Еңеү паркы территориялары, контейнерҙар тәртипкә килтерелде.

Өмәләрҙә үҙ техникаһы менән ҡатнашҡан егеттәргә айырыуса рәхмәт, сөнки улар йыйылған сүпте  тейәп түгергә лә ярҙам итте. 

Ауыл халҡына, мәктәп уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына,  хеҙмәт коллективтарына, ағинәйҙәр ойошмаһына, эшҡыуар  Хәмит Фәйзрахмановҡа, КФХ-ларға  ҙур рәхмәт.  Һәр кем ҙур яуаплылыҡ тойоп, намыҫ менән эшләне.

көс икәненә беҙ тағы ла бер инандыҡ. Йәшәгән еребеҙҙе матур, төҙөк, таҙа , тәртиптә тотоу һәр беребеҙҙең үҙенән тора. Шуға ла  өмәләрҙә артабан да әүҙем ҡатнашайыҡ, һәр кем үҙ йорто тирәһен тәртиптә тотоп, ауылыбҙҙы йәмләп йәшәйек! Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!” — тине  Ҡубияҙ ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мират улы Ғәбделхәев.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: