Иртә таңдан өс егет хәрби хеҙмәткә юлланды: Көнгәк ауылынан Марлен Әхәтуллин, Ҡубияҙан Тимур Закиров һәм Әмирҙән Азамат Хәбибуллин. Уларҙы ата-әсәләре, туғандары һәм яҡындары оҙатты.
Сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева ла ҡатнашты һәм өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Улар балаларға һаулыҡ, алдағы хеҙмәттә уңыштар һәм рух ныҡлығы теләне.
- Армияла хеҙмәт итеү — илебеҙҙә ир-егеттәрҙең абруйлы бурысы. Хеҙмәт итергә ҡарар итеп, һеҙ ысын ир- егеттәргә лайыҡлы яуаплы аҙым яһайһығыҙ. Ҡәҙерле призывниктар, армия тормошондағы бөтә ауырлыҡтарҙы ла түҙемлек менән үтеүегеҙгә ышанам. Бер йыл һеҙҙең өсөн һиҙҙермәйенсә үтһен, армияла хеҙмәт итеү һеҙгә көс-ҡеүәт, физик һәм рухи сынығыу өҫтәһен. Тыуған районыбыҙға иҫән-һау хеҙмәт итеп, ныҡлы, көслө булып ҡайтығыҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ, — тине Динис Рәдис улы, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Бөтә призывниктарға ныҡлы һаулыҡ, рух көсө һәм иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Наилә Имаева.