Был бәйгелә Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалынан филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты студенты, Асҡын районы Ҡашҡа ауылы егете Илшат Ҡазыханов ҡатнашты. Ул үҙен көслө бәйгесе итеп күрһәтә алды һәм лайыҡлы рәүештә 1- се урын яуланы.
Студентыбыҙҙы оло еңеүе менән ихлас ҡотлап, киләсәктә ҙур уңыштарға өлгәшеүенә ышаныс белдереп ҡалабыҙ.
Мәртәбәле һәм фәһемле сараны ойоштороусыларға, жюри ағзаларына иһә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.