Унда береһененә-береһе һәләтлерәк 10 ҡыҙ ҡатнашты. Улар үҙҙәренең оҫталыҡтарын һәм ижадын һәләттәрен күрһәтте. Һәр ҡыҙ ата-әсәһе һәм тәрбиәселәре менән бергә визит карточкаһы, ижади номер һәм матур башҡорт кейемдәрендә дефиле әҙерләп, байрамдың онотолмаҫлыҡ мөхитен булдырған.
Конкурсты компетентлы жюри баһаланы: мәктәпкәсә белем биреүгә ғүмерҙәрен бағышлаған хөрмәтле ветерандар — Алия Абдулла ҡыҙы, Зимфира Фәтихйән ҡыҙы, Фәйрүзә Фәйзулла ҡыҙы, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы, мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Ольга Петровна, Ата-әсәләр комитеты рәйесе Әлфиә Фрит ҡыҙы, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы һәм өлкән тәрбиәсе Эльза Фәнит ҡыҙы. Жюриға, һис шикһеҙ, еңеүселәрҙе һайлау еңел булмай, сөнки бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәрен сағыу күрһәтә!
Һөҙөмтәлә мәктәпкәсә йәштәге балалар кесе төркөм араһында Йәсминә Рәжәпова, ә өлкәндәр араһында Рената Әғәләмова еңеүсе була.
Беҙ һылыуҡайҙарҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм сағыу сығыштары һәм иҫ киткес йылы, бай тәьҫораттар бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!
Бындай саралар мәҙәни мираҫты һаҡларға һәм тапшырырға ярҙам итә, шулай уҡ балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерә.
Наилә Имаева.