Йәнтөйәк
+10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
15 Апрель , 11:55

Шахмат буйынса турнир уҙа

Бөгөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡаһарман яҡташыбыҙ,   Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов иҫтәлегенә 15-се тапҡыр шахмат буйынса турнир уҙа. Быйыл Геройыбыҙҙың тыуыуына 110 йыл тула.

Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа

Унда Асҡындың 1-се һәм 2-се, шулай уҡ Иҫке Ҡаҙансы һәм Көнгәк мәктәптәренән барыһы  һигеҙ команда ҡатнаша. Һәр командала  өс малай һәм бер ҡыҙ уйнай.

Турнирҙы асыу тантанаһында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмзил Мәснәүиев ҡаһарман  яҡташыбыҙҙың тормошо һәм яу юлы тураһында ҡыҫҡаса һөйләне, йәш быуынды батырыбыҙ өлгөһө менән рухландырҙы.

Директор урынбаҫары Рөстәм Әбдрәхимов иһә  ҡатнашыусыларҙы уйын ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, уйындың ғәҙел   үтеүен теләне һәм  шахматсыларҙың бер-береһенә  ҡарата булған  ихтирамды һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Судьялар коллегияһын Рөстәм Әбдрәхимов етәкләй, ә уның ярҙамсылары булып Рөстәм Ғаязов һәм Марат Сәғҙиев сығыш яһай. Турнирҙың техник секретары итеп ойоштороу мәлдәрен күҙәткән Булат Хәсбиев тәғәйенләнде.

Йәш шахматсылар үҙҙәренең стратегик фекерләүен һәм уйында хәрәкәттәрҙе алдан күҙаллау оҫталығын күрһәтә.

Был турнирҙа еңеүселәр ике йәш категорияһында билдәләнә. Бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Шахмат буйынса турнир уҙа
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: