Уның сиктәрендә китапханала баш китапханасы Гөлшат Ғүмәрова осрашыу үткәрҙе. Сарала “Ватан һаҡсылары” фондының социаль координаторы Лариса Шәүәлиева, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Йәнгирова, “Ғаилә” хеҙмәте психологы Айгөл Низамова ла ҡатнашты.
Был клуб МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаилә ағзаларын берләштереү, аҙға ғына булһа ла донъя мәшәҡәттәренән арындырыу, ял иттереү, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө оҫталыҡ сәғәттәрендә ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.
Әлеге осрашыу ҙа йылы мөхиттә үтте. Гүзәл заттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, үҙ-ара кәңәшләште, уй-фекерҙәре менән бүлеште. Шулай уҡ хаҡлы ялдағы педагог Альбина Хәбирова үҙенең ҡул эштәре менән таныштырҙы һәм ҡағыҙҙан кәрзиндәр яһыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Венера Арысланова.