Йәнтөйәк
+5 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
9 Апрель , 15:20

Афарин, илһөйәрҙәр!

Балаларҙа илһөйәрлек рухы, илебеҙ тарихына һөйөү, Ватаныбыҙ азатлығы өсөн үҙ көстәрен һәм йәндәрен биргән ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Ватанды һаҡлаусылар  йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, Асҡын 2-се балалар баҡсаһында йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы ҙур әҙерлек менән  үтте.

Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!

Кескәйҙәр күҙҙең яуын алырҙай бер иштән кейенеп, бирелгән командаларға ярашлы строй алымдарын дөрөҫ үтәү, теҙелеү, рапорт биреү, хәрби сәләмләү, йыр менән үтеү кеүек һынауҙар буйынса ярышты.

Ҡыҙыу һәм сәмле барған ярыштың һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

“Ил сиге һаҡсылары”  (“Дуҫлыҡ” өлкән төркөм)— 1-се, “Танкистар” отряды (“Йылмайыу” өлкән төркөм)  2-се урын яуланы.

Әҙерлек төркөмдәрендә  “Космос” отряды (“Йондоҙсоҡ” төркөмө)  — 1-се, “Йәш шайморатовсылар” (“Тирмәкәй” төркөмө) икенсе урынға лайыҡ булды.

Афарин, кескәйҙәр! 

Наилә Имаева.

Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Афарин, илһөйәрҙәр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: