Матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк сиктәрендә Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективы был юлы ла район гәзиттәренә берҙәм яҙылып ҡуйҙы!
Балалар баҡсаһы мөдире Татьяна Петровна Никитина “Изге подписка” хәйриә акцияһы сиктәрендә “Йәнтөйәк” баҫмаһына яҙылып, уны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә бүләк итте. Афарин!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: декада ваҡытында “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә ярты йылға почта аша яҙылыу хаҡы – 522 һум 18 тин.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алһағыҙ — 486 һум, ә курьер килтереп бирһә, 522 һум буласаҡ.
Наилә Имаева.