Китапхана директоры Зимфира Зарифуллина үткәргән экскурсия барышында заманса китапханаһының мөмкинлектәре менән һәр кем ихлас танышты һәм һоҡланыуын, асҡындар өсөн ҡыуанысын белдерҙе.
Балалар моделле китапханаһында тормошҡа ашырылған «Башкирмульт» Балалар анимация студияһы» проекты сиктәрендә төшөрөлгән башҡортса -русса йәнһүрәтте лә ҡаранылар.
Башҡорт телендә балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә китаптар, гәзит -журналдар етерлек. Бигерәк тә балалар төрлө майҙансыҡтарҙа булып, уйындар уйнап, фильмдар ҡарап, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, белемдәрен камиллаштыра ала.
Ҡунаҡтарға Асҡын китапханаһы бик оҡшаны.
Наилә Имаева.