“Күк сәскә” балалар баҡсаһы мөдире Лидия Шәйесламова мәртәбәле ҡунаҡтарҙы - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ҡәҙимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса баш белгесе Ләйсән Аҙнабаева, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Лена Фәйрузова, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире Зөһрә Рәхмәтуллина, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөбәржәт Ғәлина, мәктәпкәсә белем биреү буйынса методист Наилә Мөхәмәтшинаны балалар баҡсаһы менән таныштырҙы.
“Татлыҡай” башҡорт төркөмөндә булып, ҡунаҡтар кескәйҙәр менән аралашты, тәрбиәселәр менән башҡорт телендә китаптар, дәфтәрҙәр, методик ҡулланмалар булыу-булмауы хаҡында һөйләште.
“Балалар баҡсаһы бик матур эшләй. Алтаҡталар, стендтар ҙа дәүләт телдәрендә - башҡорт һәм рус телдәрендә бик матур итеп, зауыҡ менән эшләнгән. Был бик мөһим. Тәрбиәселәрҙең үҙ эшенә ижади һәм яуаплы ҡарауы баҡсаға инеү менән күҙгә ташлана. Балалар өсөн йылы, эстетик яҡтан матур мөхит тыуҙырылған. Тик әлегә балалар менән башҡорт телендә аралашыу тейешле кимәлдә түгел, был юҫыҡта тәрбиәселәргә ата-әсәләр менән дә әүҙем эш алып барырға кәрәк. Тик көндәлек аралашыу нигеҙендә генә баланың туған телендә һөйләшеүенә ирешеп була. Шуның өсөн кескәйҙәр менән башҡорт телендә йышыраҡ һөйләшергә кәрәк ”, - тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Башҡорт төркөмөндә балалар менән шөғөлләнеүсе тәрбиәсе Лилиә Таһир ҡыҙы Ғәлимйәнова ҡунаҡтарҙы балалар баҡсаһында туған телде өйрәнеү буйынса алып барылған эшмәкәрлек, педагогтарҙың һәм балаларҙың уңыштары хаҡында һөйләне. "Татлыҡай" башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре иһә музыкаль етәкселәре Рушания Әүхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова етәкселегендә үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Карина Фазлинурова - тасуири итеп "Туған тел" шиғырын, ә Эмиль Ғәлләмов, кес кенә булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосынан ҙур ғына өҙөктө һөйләп, ҡунаҡтарҙы хайран итте.
"Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнеүселәре Динә Нартдинова менән Зарина Ҡасҡынова башҡарыуындағы "Әсәйҙәр бер генә" йыры һәр кемдең йөрәгенә үтеп инде.
Ә инде" Эт нисек хужа тапҡан" әкиәтен сәхнәләштереү сараны тағы ла йәнләндереп, йәм өҫтәне. Кескәйҙәр үҙ ролдәрен шул тиклем матур, оҫта итеп башҡарҙы. Афарин!
Ҡунаҡтар “Күк сәскә” балалар баҡсаһы коллективына туған телде һаҡлау, үҫтереү, өйрәнеү буйынса башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм теләктәрен, кәңәштәрен еткерҙе.
“Бындай осрашыуҙар, аралашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар беҙгә бик кәрәк”, - тип тәрбиәселәр баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдереп, оҙатып ҡалды.
Наилә Имаева.