Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
4 Апрель , 07:15

Асҡында "Мин — йәш Шәһитсе" журналының исем туйы үтте

Асҡын 2-се урта мәктәбендә  "Мин — йәш Шәһитсе" журналының исем туйы ла бик йәнле, фәһемле үтте.

Асҡында  "Мин — йәш Шәһитсе" журналының исем туйы үтте
Асҡында "Мин — йәш Шәһитсе" журналының исем туйы үтте

Башҡорт телен ихлас өйрәнеп, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡан телһөйәр уҡыусыларға  "Мин — йәш Шәһитсе" медиапроекты етәксеһе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире   Лариса Абдуллина журналистика серҙәре тураһында һөйләне. Ул балаларға нисек тема һайлап, ошо теманы асып, мәҡәлә яҙыу юдарын аңлатты. 

“Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире Лена Фәйрүзова иһә социаль селтәрҙәрҙә яҙма нисек әҙерләнеүе хаҡында һөйләне,  уңышлы фото һәм видео төшөшөрөү серҙәре менән бүлеште.

Башҡортостан Башлығы гранты фонды   тарафынан тормошҡа ашырылған "Мин — йәш Шәһитсе" медиапроектында  ҡатнашҡан Солтанбәк мәктәбенән Динислам Суфиянов  менән Асҡын 2-се мәктәбенән Динә Солтанова  ла осрашыуға килгәйне.  "Мин - йәш Шәһитсе" журналын ҡулдарына алып ҡыуанды улар, әйткәндәй, яңы баҫмала уларҙың матур мәҡәләләре ташҡа баҫылды. Динислам менән Динә осрашыуҙа үҙҙәренең  тыуған ерен, районын, халҡын ни өсөн яратыуҙары хаҡында ла бик матур  итеп һөйләп үттеләр.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: