Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Март , 09:25

Афарин, Айгинә!

Айгинә Ғәләүетдинова Өфөлә   “Сулпылар” балалар эстрада йыры асыҡ  телевизион конкурсының беренсе турында уңышлы сығыш яһаны.

Афарин, Айгинә!
Афарин, Айгинә!

22-23 мартта Өфөлә Башҡортостан юлдаш телеканалының  “Тамыр” студияһында “Сулпылар” балалар эстрада йыры асыҡ  телевизион конкурсының беренсе туры үтте. Унда Асҡын 2-се урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы, “Мельница” Балалар ижады үҙәгендә Рушания Әүхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова етәкселегендә шөғөлләнеүсе Айгинә Ғәләүетдинова ҡатнашты.

“1-се  турҙа  телевизион конкурстың  һайлап алыу турын уҙған 44 бала ҡатнаша. Шул иҫәптән Айгинә лә  кисә матур итеп сығыш яһаны.  Ул “Күңелле сәйәхәт” тигән йыр башҡарҙы.  Икенсе турға ошо 44 баланың 24 -һе генә һайлап алынасаҡ. Беҙ әлегә Айгинәнең һөҙөмтәләрен  - икенсе турға уҙыу йәки уҙмауын белмәйбеҙ. Тиҙҙән 1-се турҙа сығыш яһаусы балаларҙы “Сулпылар” тапшырыуында күрһәтәсәктәр. Ошонан һуң ғына был хаҡта билдәле буласаҡ. Ә Айгинәгә “афарин!” тип әйтке килә. Матур итеп сығыш яһаны, үҙен бик ышаныслы тотто камералар алдында. Өфөгә конкурсҡа алып барып, һәр саҡ эргәлә булған Айгинәнең хәстәрлекле  ата-әсәһенә ҙур  рәхмәт”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште  балаларҙың  ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн янып эшләгән талантлы педагог    Рушания Әүхәт ҡыҙы.

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа” Айгинә Ғәләүетдиноваға уңыштар теләйбеҙ һәм "зәңгәр экран"дарҙа уның сығышын көтөп ҡалабыҙ!

 Наилә Имаева.

 

Афарин, Айгинә!
Афарин, Айгинә!
Афарин, Айгинә!
Афарин, Айгинә!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас