Өфөлә“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телевизион премияһы тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Яңы Муллаҡай ауылында йәшәүсе Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәновтар ғаиләһе менән Абыҙ ауылында ғүмер итеүсе оҫта ҡуллы Pишат Ғәлинуpoв та был мәртәбәле премияға лайыҡ булды.
Оло йөрәкле, миһырбанлы Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәновтар ғаиләһе хаҡында бер ай элек кенә гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ. Был һоҡланғыс пар ете баланы тәрбиәгә алып, уларға ата-әсә наҙын өләшә, балалар яҡшы кешеләр булып үҫһен өсөн барыһын да эшләй. Ғәлимйәновтарҙың өйө сабыйҙар өсөн үҙ-ара хөрмәт, яҡшы мөнәсәбәт, бер-берең тураһында хәстәрлек менән тулы яҡын һәм ышаныслы усаҡ булып тора. Мәртәбәле бәйгелә Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәнoвтаp «Миһыpбанлы ғаилә» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Матур изге эштәре менән Ҡариҙел районын данға күмеп йәшәүсе Pишат Ғәлинуpoв «Ҡул oҫтаһы. Иp-егеттәp» номинацияһында еңеү яуланы. Тыуған еренең ысын патриоты - һунарсы, балыҡсы, умартасы, балта оҫтаһы булып танылған Ришат Йыһанур улын һәм уның татыу, эшһөйәр, талантлы ғаиләһен белмәгәндәр һирәктер. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” республика конкурсының төбәк этабында ҡатнашып, Валерия һәм Ришат Ғәлинуровтар 1-се урын яулағайны. Ағасты семәрләп мөғжизә тыуҙырыусы оҫта был юлы ла барыһын да һоҡландырып, сәмләндереп еңеүгә иреште!
Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәновтарҙы һәм Ришат Ғәлинуровты лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштаp теләйбеҙ!
Наилә Имаева.