“Ауылыбыҙҙың уңған, булдыҡлы гүзәл заттары үҙҙәренең ҡыҙҙары менән конкурста ҡатнашып, төрлө биремдәр үтәп, оҫталыҡтарын һәм һәләттәрен күрһəтте.
Сара ауылыбыҙҙың үҙешсән артистары сығышы менән үрелеп барып, бик күңелле, йәнле үтте. Ошо байрамды йәмләп ҡатнашҡан уңған, булдыҡлы, талантлы әсәйҙәр һәм ҡыҙҙарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ихлас күңелдән байрам менән тағы бер тапҡыр ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!” – тип хәбәр итте ауыл мәҙәниәт йорто методисы Ралиф Муллаянов.
Наилә Имаева.