2017 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башланғысы менән 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителде.
Был дата осраҡлы һайланмаған: яҙҙың тәүге көнө – яңы тормоштоң башы. Башҡорттар борон-борондан ғаилә йолаларын хөрмәт итә, етенсе быуынға тиклем нәҫелен белергә тырыша. Ғаилә ҡороу, ырыуҙы дауам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау – төп йәшәү мәғәнәһе. Был ҡиммәттәрҙе балаларында ла тәрбиәләгәндәр.
Асҡын 2-се балалар баҡсаһында ла кескәйҙәргә ғаилә һәм уның ҡиммәттәре, туғанлыҡ ептәре тураһында аңлатып, туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрьбиәләйҙәр. Ошо маҡсатта төрлө саралар ойошторалар. Сираттағы сара Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналып, “Башҡорт ғаиләһе фестивале” тип аталды. Байрам саф һауала гөрләп барҙы. Башҡорт милли рухындағы күргәҙмә фотозона булараҡ, барыһының да иғтиьарын йәлеп итте.
"Сарала туғыҙ ғаилә ҡатнашты. Улар төрлө станциялар үтеп, үҙҙәренең милли аш-һыуын тәҡдим итте, бейеп күрһәтте, ребустар систе, әйтемдәрҙе, әкиәттәрҙе иҫкә төшөрҙө, кубиктарҙан транспорт төҙөнө, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ҡаршылыҡтар сиген үтте. Һәр ғаилә был һынауҙарҙы уңышлы уҙҙы. Шулай ҙа етеҙерәктәр, отҡорораҡтар асыҡланды.
Вилдановтар – беренсе, Сабирйәновтар - икенсе, Рәжәповтар өсөнсө урын яуланы. Ҡалған ғаиләләр төрлө номинацияларҙа еңеүсе булараҡ тәбрикләнде.
Байрамдың бағыусыһы булған шәхси эшҡыуарҙар Лилиә Ҡыямова менән Марат Шайбаков бар ҡатнашыусы ғаиләләргә лә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгәйне.
Ғаилә фестивале бик күңелле үтеп, барыһына ла байрам кәйефе, күтәренке рух бүләк итте", - тип һөйләне Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина.
Наилә Имаева.