Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
18 Февраль 2025, 17:30

Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә   тәмле күстәнәстәр  көс-ҡеүәт өҫтәп, күңелдәрен йылытһын, доғаларыбыҙ бәләләрҙән һаҡлаһын”, -  тип теләй ағинәйҙәр.

Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙеҠубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ярҙам  яҡташтарыбыҙға оҙатыласаҡ.
Ойошма етәксеһе Закира Ғилметдинованың  яугирҙарға күстәнәскә бауырһаҡ бешереү идеяһын  барса ағинәйҙәр дәррәү күтәреп ала. Хәйер, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, һәр кем еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын, иртәгәге көнөбөҙгә, киләсәгебеҙгә хәүеф янамауын, тыныс булыуын, барыбыҙҙың именлеге һағында торған ир-егеттәргә тыуған яҡ – тыуған йорттан килгән сәләм-күстәнәстәр көс-ҡеүәт өҫтәп, күңелдәрен йылытһын, доғаларыбыҙ бәләләрҙән һаҡлаһын, тип теләй.

Ағинәйҙәр ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, тәмле итеп бауырһаҡ бешерә, сохариҙар ҙа киптереп әҙерләй.

“Байрамға был тәмлекәстәр  бик урынлы булыр, - ти ағинәйҙәр. – Иң мөһиме, яугирҙар иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!”

Наилә Имаева.

Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Ҡубияҙ ағинәйҙәре бауырһаҡ бешерҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас