Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
28 Ғинуар , 14:50

Еңеүселәр асыҡланды

Ҡариҙел ауылында “Йыл уҡытыусыһы” һәм “Йыл педагогы” республика конкурстарының муниципаль этабы үтте.

Еңеүселәр асыҡланды
Еңеүселәр асыҡланды

Унда  туғыҙ мәктәп һәм алты балалар  баҡсаһынан бәйгеселәр ярышты. Уларҙың һәр береһе  уҡыу процесын үҫтереүгә һәм белем биреү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән үҙенсәлекле уҡытыу методикаһы, ҡыҙыҡлы проекттар һәм  инновацион идеялар тәҡдим итте.

Ҡариҙел 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Винер Кәримов  —  “Йыл уҡытыусыһы”,  Ҡариҙел 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльза Әхмәтшина  “Йыл педагогы” исемдәренә лайыҡ булды. Уларҙың икеһенә лә Ҡариҙел районының маҡтаулы гражданины, Рәсәй Геройы Владимир Әлимов  исемендәге премия тапшырылды. Еңеүселәр район данын республика бәйгеһендә яҡлаясаҡ.

Зөлфирә Зарипова.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: