Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
27 Ғинуар , 19:50

Яугирҙарға – ағинәйҙәр күстәнәсе

Ҡаҙансы ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусы яугирҙарға тәмле күстәнәс -  бауырһаҡ бешерҙе.

Яугирҙарға – ағинәйҙәр күстәнәсе
Яугирҙарға – ағинәйҙәр күстәнәсе

Һәр бер матур башланғысты дәррәү күтәреп алып, тормошҡа ашырыусы Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре ла МХО-лағы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуға әүҙем ҡушылды.

Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова етәкселегендә ағинәйҙәр йыйылышып, телеңде йоторлоҡ бауырһаҡ бешереп әҙерләп тә ҡуйҙы. Улай ғына ла түгел әле, улар  яҡташтарыбыҙға ҡышҡы  йылы кейемдәр ҙә йыйып,  кесәгә һалып йөрөтә торған доғалар китабын да һалып, посылкаларға тултыра.

 -Үткән төн бик бәрәкәтле, хәйерле  Миғраж кисе, төнө булды.  Беҙ изге теләктәр – тиҙерәк махсус хәрби  операция тамамланып, ир-егеттәребеҙҙең   Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләнек. Шулай уҡ  беҙҙе мәңгелеккә ташлап киткән ағинәйҙәребеҙ  - Фәниә Ғайсина, Фәнәүиә Хәлилова, Рәмилә Мостафина, Мәрхәбә Зиннатова, Әҡлимә Ғәлләмова, аҡһаҡалдарыбыҙ - оҫта гармунсыларыбыҙ Зөлфәҡәр Ғафуръянов, Айрат Хафизов, Рәшит Фәтихов  рухтарына  атап,  Ҡөрьән аяттары уҡыныҡ. Ғөмүмән, ағинәйҙәр һәр ваҡыт әруахтарҙы иҫкә алып, хәйер-доғала тора.

Ағинәйҙәр менән йыйылышып яугирҙарыбыҙға күстәнәстәр бешерҙек. Йылы кейемдәр алып килеүсе һәм бауырһаҡ бешереүҙә ҡатнашҡан уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Иң оло ағинәйебеҙ  Рәзидә апа Әхәтова-Сафина ла был изге эштән ситтә ҡалманы, - тине Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.

Рәхмәт һеҙгә, ағинәйҙәр! Ир-егеттәребеҙгә күстәнәсегеҙ барып етһен, теләгән теләктәрегеҙ ҡабул булһын! 

Наилә Имаева.

Яугирҙарға – ағинәйҙәр күстәнәсе
Яугирҙарға – ағинәйҙәр күстәнәсе
Яугирҙарға – ағинәйҙәр күстәнәсе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: