Килгән ҡунаҡтарға балалар матур сығыштар әҙерләйне. Шиғыр уҡып, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны йырланғас, бергәләп "Тирмә" уйыны уйнанылар.
Ҡунаҡтар кескәйҙәргә буш ҡул менән килмәгән: телдә йыш ҡулланылған иң мөһим һүҙҙәр башҡортса-русса яҙылған плакат кескәйҙәргә лә, ата-әсәләргә лә туған телдең мөһимлеген иҫләтеп торасаҡ. Һәм, әлбиттә, Мишкә ауылының 1-се, 3-сө балалар баҡсаларына "Аҡбуҙат" журналының яңы һаны тапшырылды.
Сығанаҡ: Лариса Абдуллина