Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
27 Ғинуар , 12:00

Афарин, балтастар!

Мордовия Республикаһы Саранский ҡалаһында каратэ (киокусинкай) буйынса  Иҙел буйы Федераль округы Беренселеге һәм Чемпионаты уҙҙы.

Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!

Мәртәбле сара илебеҙҙең туғыҙ субъектынан 435 йәш спортсыны бергә йыйҙы.

Балтас районынан  республика командаһы составында  тренер Евгений Андреев етәкселегендәге “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

“Ката” буйынса төркөмдәр араһында Алина Сафина – беренсе, Рияз Вәлиев, Артур Әхмәтшин һәм Марат Борһанов икенсе урын  яуланы, ә шәхси зачетта  Алина Сафина икенсе урынға сыҡты.

“Кумитэ” төркөмөндә Марат Борһанов – икенсе, Рәнис Камилйәнов – өсөнсө, Рәдим Ғарипов дүртенсе урын  яуланы. Тренерҙар араһында  Евгений Андреев беренсе урын  яуланы.

Спортсыларҙы һәм уларҙың тренерын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

Фирғәт Нәбиуллин.

Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: