Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Ғинуар , 15:30

Афарин, ҡубияҙҙар!

Ҡубияҙ ауылында өмәселәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск  тирәһен ҡарҙан таҙартып, тәртипкә килтерҙе.

Афарин, ҡубияҙҙар!
Афарин, ҡубияҙҙар!

 

Һәйкәлдәр — ауыл көҙгөһө, тиҙәр, шуға күрә улар һәр саҡ ҡараулы, тәртиптә торорға тейеш.

Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы сиктәрендә, Ҡубияҙ ауылында  өмә ойошторалар. Был хаҡта  беҙгә Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә Ғаяз ҡыҙы Фәтихова һөйләне.

“Өмә ойошторолоуын алдан  хәбәр иткәйнек. Билдәләнгән ваҡытҡа  урындағы мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл тормошона битараф булмаған кешеләр   йыйылды.  Бергәләп  обелиск тирәһен, уға илткән һуҡмаҡтарҙы ҡарҙан таҙартып, тәртипкә килтерҙек. Өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерге килә”, — тине Зәлфирә Ғаяз ҡыҙы.

Афарин, ҡубияҙҙар!  Һуғышта ҡатнашҡан  яугирҙарҙың рухы һәр саҡ тыныс булһын, ә уларҙың иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктар һәр саҡ тәртиптә торһон!

 Наилә Имаева.

Афарин, ҡубияҙҙар!
Афарин, ҡубияҙҙар!
Афарин, ҡубияҙҙар!
Афарин, ҡубияҙҙар!
Афарин, ҡубияҙҙар!
Афарин, ҡубияҙҙар!
Афарин, ҡубияҙҙар!
Читайте нас: