Беҙ уның менән бала саҡта бер-беребеҙгә толом-толом сәстәребеҙҙе үрешә инек. 20 йылдан ашыу уның ижад юлын күҙәтеп, уңыштарына һөйөнөп йәшәйем. Күптәр уны “Сулпылар” тапшырыуында бәүелсәктә бәүелеп йырлаусы матур тауышлы ҡыҙ тип хәтерләй. Иң һылыу башҡорт ҡыҙҙары исемлегендә юғары урынды биләүсе Әстерхан опера һәм балет театры солисы Диана Нур менән булыр бөгөнгө әңгәмә.
– Диана, һине республика халҡы Диана Нурмөхәмәтова булараҡ белә. Нур һинең псевдониммы? Әллә паспортта ла хәҙер Диана Нур тип яҙылғанмы?
– Эйе, хәҙер паспорт буйынса ла мин – Диана Нур. Ниндәйҙер концерттан һуң бер ҡатын яныма килде лә: “Һеҙ йырлағанда шундай яҡты нур сәсәһегеҙ”, – тип һоҡланыуын белдерҙе. Уға тиклем дә фамилиямды ҡыҫҡартырға тигән уй бар ине. Тамашасымдың һүҙҙәре теләгемде ҡеүәтләгәндәй булды. Яңы фамилия минең ижади тормошомдоң яңы битен асыуға бәрәбәр. Нур фамилияһын алғандан һуң, тормошомда ыңғай үҙгәрештәр ҙә кисерә башланым.
– Үткән быуатта исем менән генә түгел, фамилия менән дә аҙашың Диана Нурмөхәмәтова билдәле йырсыларҙың береһе була. Уның менән һеҙҙе нимә бәйләй? Туғаның түгелме?
– Юҡ, туғаным түгел. Шулай ҙа бер ни тиклем бәйләнеш бар. Әсәйем Роза Рәлиф ҡыҙы – рус теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы, сәнғәткә, ғөмүмән, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше. Бала саҡтан мине лә шул матурлыҡты күрергә, юғары маҡсаттар ҡуйырға өйрәтте. Ул академик йырҙар, романстар тыңларға ярата. “Киләсәктә иң яҡшы опера театрҙарында йырлаясаҡһың!” – тигән һүҙҙәре минең мейемә кескәй генә сағымдан һеңгән. Ауыр саҡтарҙа терәк-таяныс булыусы, ҡеүәтләүсе, алға әйҙәүсе иң ҡәҙерле кешем. Һеҙҙең һорауға әсәйемдең хәтирәләре менән яуап биргем килә.
“Мин ауырлы саҡ. Ауыл кисе. Йылы мейес. Радиоалғыс. Унан Диана Нурмөхмәтова башҡарыуында матур йыр яңғырай. Иҫ киткес моңло тауышлы йырсы хаҡында тапшырыу бара. Үҙем дә Нурмөхәмәтова булараҡ, шул мәлдә һиңә Диана тип исем һайлап ҡуйҙым”.
Исемдән башҡа уҙған быуат йырсыһы менән беҙҙең тауыштар ҙа оҡшаш. Уның да лирик-колоратур сопрано. Дөйөм алғанда, беҙҙең Башҡортостан йырсыларына өҫкө регистрлы тауыштар хас. Шуға ла “Ғилмияза”, “Таштуғай” кеүек беҙҙең башҡорт халыҡ йырҙарында өҫкө ноталар күп.
– Һин бит башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара инең. Ни өсөн операны һайланың?
– Балалар, ғәҙәттә, оҙон көйҙө лә, опера әҫәрҙәрен дә тыңларға яратмай. Ә мин иһә бала саҡтан ғашиҡмын. Башҡорт халыҡ йырҙары, башлыса, оҙон көй опера сәнғәтенә алып килде, тиһәм дә хата булмаҫ. Оҙон көйҙө йырлау өсөн ике-өс октаваға торошло, киң диапазонлы тауышҡа эйә булырға, дөрөҫ тын ала белергә кәрәк. Арияларҙы башҡарыусыларға ла шул уҡ талаптар ҡуйыла.
– Тимәк, һинең диапазоның ике-өс октаванан торамы?
– Өс ярым, ҡайһы саҡта дүртәү булып китә (йылмая).
– Сит илдәрҙә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғаның булдымы?
– Эйе. Италияның Рим ҡалаһында шәхси концертымды ойошторҙом. Италия халҡы рус классик әҫәрҙәрен ярата – зал тултырып килгән ине. Рус операларынан ариялар, романстар һәм концерт аҙағынан башҡорт халыҡ йыры “Таштуғай”ҙы башҡарҙым. Халыҡ алҡыштарға күмеп, бик йылы ҡабул итте. Сит илдәге таныштарым да ҡайҙан килеүем тураһында ҡыҙыҡһына, уларға башҡорттар һәм Башҡортостан хаҡында һөйләйем.
– Үҙенсәлекле, моңло тауыш һиңә тәбиғәттән бирелгән. Ваҡытында хатта тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов үҙе һоҡланыуын йәшерә алмаған. Ә профессиональ музыкаль белемде ҡайҙа алдың, остаздарың кем булды?
– Эйе, Асҡын районында үткән һабантуйҙа башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты йырлағандан һуң, Мортаза Рәхимов: “Был ҡыҙ мотлаҡ Өфөлә уҡырға тейеш”, – тип әйтте. Әсәйем барлыҡ көсөн һалып, мине баш ҡалаға уҡырға ебәрҙе. Уға мең рәхмәтлемен. Өфөләге урта махсус музыка колледжы, артабан Өфө сәнғәт училищеһында Наилә Йосопова ҡанаты аҫтында белем алдым. Минең тауышымдың төрө – лирик-колоратур сопрано. Шуға ла шундай уҡ тауышлы уҡытыусыла уҡырға хыялландым һәм Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһына Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тамара Новиченконан һабаҡ алыу ниәте менән уҡырға индем. Сөнки опера сәнғәтендә балҡыған бик күп йондоҙҙар – нәҡ уның уҡыусылары.
– Тәүге театрың – Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә түгел, ә билдәле Вена театры...
– Эйе, яҙмышыма бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Австрияға саҡырыусы билдәле режиссер, ул ваҡытта Вена дәүләт опера театрының директоры Доминик Мейерға ла мең рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус арҡаһында оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Шулай ҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ һабаҡ-тәжрибә туплап өлгөрҙөм. Хеҙмәт юлым юғары баҫҡыстан башланды. Инглиз, немец телдәрен камиллаштырҙым. Үҙемә дуҫтар ҙа таптым. Донъя кимәлендә билдәле йондоҙҙар менән эшләү, аралашыу бәхете тейҙе. Айырыуса уларҙың ябай, алсаҡ булыуы һоҡландырҙы. Вена ҡалаһы үҙе генә ни тора! Ул – минең иң яратҡан композиторым Моцарттың тыуған төйәге. Уның операларынан арияларҙы ҙур кинәнес менән башҡарам.
– Юғары сәнғәт үрҙәренә үрләү өсөн бағыусыларһыҙ ҙа булмайҙыр?
– Әлбиттә. Төрлө илдәрҙә конкурстарҙа ҡатнашыу, юл хаҡы ҙур сығымдар талап итә. Мин шулай уҡ киң билдәле Италия йырсыларынан оҫталыҡ дәрестәре алдым. Быларҙың барыһы ла бағыусыларымдың иңенә төштө. “Мехатрон” ЯСЙ-ның генераль директоры Мөҙәрис Хәсән улы Шиһабетдиновҡа, “Уфагидромаш” ЯСЙ-ның генераль директоры Әнүәр Шәрәфулла улы Йәнбирҙингә сикһеҙ рәхмәтлемен. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләйем.
– Бер спектакль өсөн солисҡа нисә ария ятларға тура килә?
– Ғәҙәттә, ике-өс ария башҡарабыҙ. Унан башҡа дуэттар, әңгәмә формаһындағы күмәкләп башҡарыуҙар ҙа бар. Ғөмүмән алғанда, спектакль буйына йырлайбыҙ ҙа йырлайбыҙ, шул уҡ мәлдә бирелгән образды тамашасыға еткерәбеҙ.
– Опера йырсылары нимәнән баш тартырға мәжбүр? Махсус диета тотаһыңмы?
– Мин актерҙарҙы хатта спортсылар менән бер рәткә ҡуйыр инем. Сөнки көн режимын тотоу зарур. Мотлаҡ рәүештә йоҡо туйырға тейеш. Тауыш һәм тән уянһын өсөн репетиция башланғансы, кәмендә өс сәғәт алдан тороп, күнекмәләр эшләргә кәрәк. Ни тиһәң дә, актерҙың төп ҡоралы – уның тауышы һәм тәне. Йырсы өсөн тын алыш бик мөһим тип әйткән инем. Ә ашҡаҙан күкрәк менән бәйләнгән, шуға күрә беҙгә әсе аҙыҡтарҙан, цитрустарҙан, газлы эсемлектәрҙән, көнбағыштан баш тартырға тура килә. Тауыш көслө булһын өсөн итле ашамлыҡтарға өҫтөнлөк бирәм. Сәләмәт тормош алып барам.
– “Уңыш өсөн – бер процент талант, 99 процент тырышлыҡ кәрәк” тигән фекер менән килешәһеңме?
– Юҡ, килешмәйем. Беҙҙең һөнәрҙе алғанда икеһе лә мөһим. Тауыш бирелмәһә, нисек кенә тырышып шөғөлләнмә, юғары кимәлдә арияларҙы башҡара алмаясаҡһың. Ул партиялар ҙа бит махсус тауыш төрҙәренә яҙылған, шуға күрә тәбиғәт биргән тауышҡа яраҡлыларын ғына башҡарырға мөмкин. Һәм көн һайын, спортсылар кеүек, шөғөлләнергә лә кәрәк. Тауыш керештәре (голосовые связки) – улар шулай уҡ мускулдар, даими күнекмәләр эшләү мотлаҡ. Элек опера йырсылары сәхнәлә тик тороп ҡына үҙ партияларын башҡарһа, хәҙер артистар йырлай ҙа, уйнай ҙа. Ҡайһы бер режиссерҙар баш түбән йырларға ла ҡушырға мөмкин. Режиссерҙың теләген үтәргә кәрәк. Дөйөмләштереп әйткәндә, талап та, ныҡышмалы хеҙмәт тә кәрәк.
– Былтыр йәй тыуған яғың Асҡында ял иткәнһең. Бындай бәхет йыш эләгәме?
– Эйе, ниһайәт, тыуған еремдә ял итеү форсаты тейҙе. Әсәйем янында иркәләнеп, тәбиғәт ҡосағына һыйынып, бар булған мәшәҡәттәремде онотоп, көс-ҡеүәт алып килдем. Ауылыбыҙ урамынан үтеп барған саҡта ла яҡташтарым мине танып, яныма киләләр, матур изге теләктәрен еткерәләр, уңыштарыма һөйөнәләр. Уларҙың миңә ҡарата булған ҙур өмөттәрен аҡлау теләге уяна, артабан ижад итеү өсөн илһам өҫтәлә.
– Әстерхан опера театрына нисегерәк барып эләктең?
– Мәскәүҙә үткәрелгән “New Opera World” конкурсында ҡатнаштым. Жюриҙа Рәсәйҙең билдәле театрҙарынан вәкилдәр ултыра ине. Әстерхан дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы мөдире, опера йырсыһы Александр Малышко миңә 3-сө премия дипломын тапшырҙы һәм театрҙа ҡуйыласаҡ “Риголетто” спектаклендә Джильда ролен уйнарға саҡырҙы. Июнь айында Әстерхан ҡалаһына барып, йәнә берҙе тауышымды тыңлағас, театрҙың художество етәксеһе Валерий Воронин театрҙа эшләргә тәҡдим яһаны.
– Әстерхан ҡалаһы оҡшаймы? Халыҡ нисек ҡабул итте?
– Әстерхан халҡы алсаҡ һәм ихлас, ҡала матур. Һәр иртәмде Волга яры буйлап йүгереүҙән башлайым. Бында минең бала саҡ хыялым тормошҡа ашты тип әйтергә лә була. Сөнки бәләкәй Диана, башҡа ҡыҙсыҡтар кеүек, үҙенең ҙур һарайында йәшәргә хыяллана ине, үҙен хан ҡыҙы итеп хис итә ине. Әстерхан театры нәҡ шул һарайҙы хәтерләтә лә инде. Әкиәттәгеләй матур урында эшләү – үҙе бер кинәнес. Театр сираттағы миҙгелен “Иван Сусанин” операһы менән асып ебәрҙе, миңә Антонида ролен ышанып тапшырҙылар. Асыҡ һауала үткән спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Минең өсөн Мария театрының билдәле йырсылары менән бер сәхнәлә сығыш яһау айырыуса мәртәбәле мәл булды.
– Аншлаг менән үткән дебютың хаҡында һөйлә әле.
– 30 сентябрҙә Вердиҙың “Риголетто” операһындағы төп ролдәрҙең береһе Джильданы уйнаным. Сәхнәлә уйнамаҫҡа, ә үҙемде Джильда тип хис итергә тырыштым, партнерым Сергей Тараненкоға атайыма ҡараған кеүек ҡараным. Минең героиня мөхәббәт өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән ҡыҙ. Операның башында сибек кенә йәш ҡыҙ булһа, артабан ул өлгөргән ҡатын-ҡыҙға әйләнә, уның менән бергә тауышы ла икенсе төрлө төҫ ала. Антонидаға ҡарағанда был роль ауырыраҡ, әммә тамашасыны ышандыра алдым тип уйлайым. Сөнки һәр ария аҙағынан тамашасы алҡыштарын йәлләмәне, ә тамаша тамамланғас, 15 минутҡа яҡын артистарҙы сәхнәнән төшөрмәй ҡул саптылар. Шундай минуттарҙа бар тырышлығымды һалған хеҙмәтем бушҡа түгеллегенә инанам һәм бәхет тойғолары кисерәм. Мине ҡеүәтләргә Башҡортостандан әсәйем килеп етте. Шулай уҡ Әстерханда йәшәүсе яҡташтарым, райондаштарымды ла тамаша залында күреү ҙур һөйөнөс булды.
– Артабан ниндәй роль хаҡында хыялланаһың?
– Киләһе спектаклемә Вердиҙың “Травиата” операһындағы Виолетта ролен әҙерләйем. Доницеттиҙың “Лючия ди Ламмермур” операһындағы – Лючия, Беллиниҙың “Пуритане” операһынан – Эльвира, Римский-Корсаковтың “Золотой петушок” операһынан Шамахан батшабикәһе партияларын башҡарыу теләге менән янам. Хыял, теләк, илһам булһа, барыһына ла өлгәшергә мөмкин тигән фекерҙәмен.
– Һине нимә илһамландыра?
– Мине ҡояш илаһмландыра. Әгәр иртәнсәк мине ҡояш йылмайып ҡаршы ала икән, тимәк, минең көнөм уңышлы буласаҡ. Яҡшы кәйеф менән яңы партияларҙы өйрәнергә тотонам. Шулай уҡ ижад кешеләре менән аралашыу ҙа миңә дәрт өҫтәй. Мәҫәлән, “Иван Сусанин” спектаклен сәхнәләштергән ваҡытта ла яңы ижадташтар менән таныштым, улар үҙҙәренең ижади юлдары хаҡында һөйләне, тауышҡа ниндәй күнекмәләр эшләүҙәре менән бүлеште. Һәр береһенең уңыштары миңә янып эшләргә этәргес көс бирә.
– Сәнғәт, сәхнә менән генә янып йәшәмәйһеңдер, тағы ниндәй шөғөлдәрең бар?
– Китап уҡырға яратам. Улар ҙа мине илһамландыра. Бөйөк опера әһелдәре Мария Каллас, Галина Вишневская, Монсеррат Кабалье хаҡында автобиографик китаптар һәр ваҡыт өҫтәлемдә ята. Аэростретчинг менән шөғөлләнәм. Уны акробатиканың элементтары менән үрелгән йога тип аңларға була. Был спорт төрө аша бейеклектән ҡурҡыуымды еңдем. Әстерханға күскәс, атта йөрөү менән мауығып киттем. Коронавирус пандемияһы ваҡытында шуны аңланым: тормоштоң һәр үҙгәрешенә әҙер булыр өсөн яңы шөғөлдәрҙе үҙләштерергә кәрәк, сөнки иртәгәһе көнөңдө күҙаллауы ауыр. Әммә иртән тороу менән иң беренсе тауышымды тикшереп алам, сөнки йырлау ул – бәхет.
– Опера сәнғәтен ташлап, эстрадаға күсеү теләге булманымы?
– Төшөнкөлөккә бирелгән саҡтар ҙа була. Опера сәнғәте, әлбиттә, ауырыраҡ, ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Унда көслө ихтыярлы кешеләр генә ҙур уңышҡа өлгәшә ала. Эстрадаға ла мин хөрмәт менән ҡарайым, үҙем өсөн кроссоверҙар ҙа йырлап алам. Кроссовер ул – академик йыр менән эстрада йырҙарын берләштереп йырлау. Ләкин опера сәнғәте күпкә юғарыраҡ, һәм минең тауышым да арияларҙы башҡарыу өсөн яраҡлашҡан, шулай уҡ бала саҡ хыялым да опера йырсыһы булыу ине, шуға күрә эстрадаға күсеү теләге юҡ.
– Һин әлегә ғаилә ҡормағанһың. Һинең тормош иптәшең ниндәй булырға тейеш?
– Эйе, мин әле үҙ йәремде осратмағанмын. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, иң мөһиме, изге күңелле кеше булһын ине. Әлбиттә, минең һөнәремде аңлаған, мине ҡеүәтләгән, арҡаланып йәшәрҙәй егет менән киләсәгемде бәйләргә теләйем.
– Диана, әңгәмә өсөн үҙеңә ҙур рәхмәт! Еңел булмаған ижад юлыңда яңынан-яңы үрҙәр, матур ролдәр, көслө алҡыштар юлдаш булһын!
Айгөл Вәлиева әңгәмәләште.
Сығанаҡ: https://shonkar.com/articles/culture/2024-02-04/k-el-nuryn-l-sh-3629495