Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
30 Декабрь 2024, 09:00

Афарин, Лиана!

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында «Һылыуҡай» конкурсы үтте.

Афарин, Лиана!
Афарин, Лиана!

Башҡортостан Республикаһында милләт-ара һәм дин-ара теләктәшлекте нығытыу маҡсатында «Рәсәйҙе асам» полимәҙәни марафоны сиктәрендә үткән сираттағы сара булды ул. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды сиктәрендә ойошторолдо.


Кокурста башҡорт телендә аралашҡан иң һылыу ҡыҙҙар көс һынашты. Улар башҡорт йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарҙы, милли кейемдәрен һәм аш-һыуға оҫталығын күрһәтте, интеллектуаль яҡтан көс һынашты.
Алты факультет ҡыҙҙары араһынан конкурстың еңеүсеһе тип филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының 22-се төркөм студенты Лиана Нисаметдинова танылды.
Оҙон сәсле, ҡара ҡашлы башҡорт ҡыҙы Тәтешле районы Беләш ауылында тыуып үҫкән. «Мин — ғорур, батыр башҡорт халҡының ҡыҙымын. Тамырҙарым Ирәкте ырыуына барып тоташа. Кескенәнән сәнғәткә ғашиҡмын, волейбол уйнарға ла яратам. Ҡаҙаныштарым араһында хәйриә проекттарында, ирекмәнлек эшендә ҡатнашыуымды ла билдәләп үткем килә. Шәхси уңышҡа ынтылыу ғына түгел, ә башҡаларға ярҙам итеү мөһим тип иҫәпләйем», — ти Лиана.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Автор:
Читайте нас: